LabLynx Wiki
Йөкмәткеһе
Уҡыу көйләүҙәре
13 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 ноябрь Викимилектә |
13 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 317-се көнө (кәбисә йылында 318-се). Йыл аҙағына тиклем 48 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Симфоник металл көнө.
- Аргентина: Милли үҙаң көнө.
- Оләсәйҙәр көнө.
- Люксембург: Ағас ултыртыу көнө.
- Эквадор: Белем көнө.
- Беларусь: Радиация, химия һәм биология һағы ғәскәрҙәре көнө.
- Панама: Журналистар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Радиация, химия һәм биология һағы ғәскәрҙәре көнө.
- Ҡораллы Көстәрҙең радио- һәм радиотехник разведка ғәскәрҙәре көнө.
- Ҡораллы Көстәрҙең дәүләт серен һаҡлау хеҙмәте көнө.
- Дистанцион банк хеҙмәте күрһәтеү белгестәре көнө.
- Эквадор: Бухгалтерҙар көнө.
Төбәк байрамдары
- 1805: Венгрия ит һатыусыһы Иоганн Ланер тәүге тапҡыр сосиска эшләй.
- 1907: Поль Корню вертолётта беренсе осош яһай.
- 1971: Беренсе яһалма Ер юлдашы Марс орбитаһына сығарыла.
- 1994: Швеция Европа Берләшмәһенә инә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Викман Пётр Михайлович (1890—10.04.1958), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1920 йылдың июленән 1921 йылдың майына тиклем ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (беренсе) секретары. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1956) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Бамдас Александр Маркович (1905—11.01.1972), ғалим-электроинженер. 1970—1972 йылдарҙа Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтының электр машиналары һәм аппараттары кафедраһы мөдире. Профессор, техник фәндәр докторы (1938).
- Миҙхәт Ғәйнуллин (1925—15.01.2001), партия, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы. 1961—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1992 йылға тиклем — журналистика кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). РСФСР-ҙың (1985) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры.
- Ғарипова Нинэль Фёдоровна (1945), сәнғәт ғалимы һәм педагогик хеҙмәт ветераны, пианист. Сәнғәт ғилеме докторы (2011), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). 1963 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1969 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылдан фортепиано кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1990—2007 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Яковлева Евгения Андреевна (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тел белгесе. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002—2007 йылдарҙа рус теле кафедраһы мөдире, 2011 йылдан — Педагогика институтында. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһы Селец ауылынан.
- Сөләймәнов Рәйес Насиб улы (1956), ғалим-физик. 1996 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005), доцент.
- Дудник Людмила Александровна (1961), музыкант-педагог. 1985 йылдан Салауат ҡалаһының Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011) һәм мәғариф отличнигы (2002). Сығышы менән ошо ҡаланан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Сескутов Юрий Васильевич (1927—26.09.2008), сәнәғәт хеҙмәткәре. 1960 йылдан «Салауатбыяла» заводы директоры һәм «Салауатбыяла» берекмәһенең генераль директоры, 1979 йылдан — генераль директор урынбаҫары; 1980—1994 йылдарҙа Быяла ғилми-тикшеренеү институты проект конструкторлыҡ бюроһының Башҡортостан филиалы директоры; 2000—2008 йылдарҙа «Ветеран» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1977). Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
- Горбушина Светлана Николаевна (1952), ғалим-педагог, биолог. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2008 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (1981), педагогия фәндәре докторы (2008).
- Шобухова Лилиә Булат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Шаһбалова; 1977), спортсы, еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002), донъя рекордсмены (2006), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004, 2008), йүгереү буйынса халыҡ-ара ярыштар һәм марафондарҙа еңеүсе (2007, 2008), күп тапҡыр Рәсәй чемпионы (2005—2006), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2008).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Сәйфуллин Закир Шакир улы (1913—?), хәрби хеҙмәткәр (1935—1958), полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1986 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең өлкән инженеры, 2-се бүлек начальнигы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Аҡболаҡ районы Шаповалов (элекке Сазда) ауылынан.
- Ғәниев Әҙһәм Ишмөхәмәт улы (1928), педагог, мәғариф, комсомол, партия, урындағы башҡарма һәм матбуғат органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1963 йылдан Кушнаренко район гәзите мөхәррире, 1969—1992 йылдарҙа Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы директоры, 1989—2007 йылдарҙа райондың ветерандар советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977) һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), райондың почётлы гражданы. Сығышы менән 1960-сы йылдар аҙағында бөткән Берлек ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтов Илүс Ғәлим улы (1933), инженер-нефтсе-ғалим. 1957 йылдан республика нефть һәм газ сығарыу ойошмалары операторы, мастеры; 1966—1997 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан — кафедра мөдире; 1975—1992 йылдарҙа хәҙерге И. М. Губкин исемендәге нефть һәм газ дәүләт академияһы хеҙмәткәре, 1980 йылдан — лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (1991). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Ишҡар ауылынан.
- Низамов Камил Разетдин улы (1938), нефтсе-инженер-ғалим. 1968 йылдан Өфөләге хәҙерге Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институтының лаборатория, бүлек мөдире, 1987—1993 йылдарҙа директор урынбаҫары, 2013 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр; 1993 йылдан «Башгеопроект» йәмғиәтенең бүлек мөдире, 2007 йылдан — «Геофизика» ғилми-производство фирмаһының баш ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1975).
- Шәйбәкова Мөнирә Ғабдулла ҡыҙы (1948), механизатор, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Кушнаренко районы «Большевик» колхозы шофёры, тракторсыһы. КПСС-тың 27-се съезы делегаты (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1984), СССР Ауыл хужалығы министрлығы һәм Ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр эшсәндәре һәм хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Үҙәк комитетының Паша Ангелина исемендәге хеҙмәт даны призы лауреаты (1983), райондың почётлы гражданы (2019). Сығышы менән Иҫке Ҡормаш ауылынан.
- Ноғоманов Рим Хисмәтулла улы (1953), зооинженер. 1984 йылдан Бүздәк районы ауыл хужалығы идаралығының өлкән, әйҙәүсе һәм баш зоотехнигы; 1999 йылдан «Өс түбә» хужалығының тоҡомсолоҡ буйынса директоры, 2001 йылдан — хужалыҡ рәйесе; 2003 йылдан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Кәпәй-Ҡобау ауылынан.
- Яхин Нурислам Ғәндәлиф улы (1958), йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008). Сығышы менән Ауырғазы районынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Халиҡ Заимов (1914—9.02.1977), композитор, педагог, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1952—1956 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1963—1968 йылдарҙа — директоры. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1953—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949, 1955).
- Михайлов Алексей Егорович (1949), Башҡортостан урман хужалығы ветераны, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек
- 1312: Эдуард III, Англия короле.
- 1768: Бертель Торвальдсен, Дания скульпторы.
- 1850: Роберт Льюис Стивенсон, Англия яҙыусыһы.
- 1954: Лидия Логинова, йырсы, Коми Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- 1976: Альбина Ахатова, Рәсәй биатлонсыһы.