Trends in LIMS
Йөкмәткеһе
Уҡыу көйләүҙәре
29 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
29 июнь Викимилектә |
29 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 180-се (кәбисә йылында 181-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 185 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- АҠШ: Фотоаппрат көнө.
- Индонезия: Ғаилә көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Партизандар һәм подпольщиктар көнө.
- Сейшель Утрауҙары: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Гренада: Балыҡсылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Карап эшләүселәр көнө.
- Эквадор: Инженерҙар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Туровцев Михаил Михайлович (1905—29.01.1965), ғалим-тупраҡ белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан Башҡортостан баҫыусылыҡ ғилми тикшеренеү тәжрибә станцияһы хеҙмәткәре, 1947 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1951 йылдан — агротупраҡ белеме бүлеге мөдире; 1956 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1964 йылдан — ғилми секретарь. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1959). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһенең Мичуринск ҡалаһынан.
- Клименко Владимир Ильич (1950—19.11.2011), журналист, фантаст яҙыусы һәм шағир. Новосибирск ҡалаһында нәшер ителгән «Сибирские огни» һәм «Проза Сибири» журналдарының элекке яуаплы секретары, «Историческое наследие Сибири» нәшриәтенең элекке мөхәррире. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Н. Г. Гарин-Михайловский исемендәге әҙәби премия һәм «Белое пятно» беренсе фантастика фестивале (1994) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Степанов Валерий Геннадиевич (1950—22.04.2014), балетмейстер. 1974 йылдан ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге Өфө синтетик спирт заводы мәҙәниәт һарайының «Вихрь» ансамбле, 1985 йылдан — «Мотор эшләүсе» мәҙәниәт һарайының «Ынйы» бейеү ансамбле балетмейстеры, 2001 йылдан — «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе, 2007 йылдан — директоры. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1982) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға төбәк-ара фестивале лауреаты (Өфө, 1994, 2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Бүребай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Филиппов Юрий Евгеньевич (1951), спорт ветераны, тренер. 1975 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының спорт клубы рәйесе һәм 1982—1991 йылдарҙа тренеры. Самбо буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1985). Самбо (1971) һәм дзюдо (1974) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Самбо буйынса РСФСР чемпионатының бронза призёры һәм Бөтә Союз ауыл спорт уйындары еңеүсеһе (икеһе лә — 1975). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Янборисов Марат Хәбиб улы (1951—1.01.2021), ғалим-тарихсы. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996 йылдан тарих һәм иҡтисад теорияһы, 2009 йылдан — Ватан тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Красноярск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Кашапов Солтан Ғилметдин улы (1912—2001), нефтсе. 1932 йылдан «Ишембайнефть» тресы быраулау контораһының иретеп йәбештереүсеһе, 1955 йылдан «Аксаковнефть» идаралығының 1-се промысел начальнигы. РСФСР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1948, 1952, 1959). Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы.
- Сафронов Пётр Андреевич (1927—1998), нефтсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1979—1987 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. СССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Бәшәров Ринат (Райнат) Әхкәметдин улы (1942—19.09.2007), опера йырсыһы, педагог. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1974—1994 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Фёдор Шаляпин исемендәге премия лауреаты (1993).
- Вәлиев Хәлил Хәбибулла улы (1947), хәҙерге Өфө автотранспорт колледжының элекке уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Ғатауллин Рауил Ғибат улы (1947), ғалим-тел белгесе. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1990 йылдарҙа һәм 1998 йылдан — немец филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1997), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
- Ишморатов Илшат Шәйхислам улы (1977), ҡурайсы. 1997 йылдан «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең оркестр артисы, 2001 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы. Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар лауреаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 1-се Төрөкмән ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (1893—6.04.1946), табип-хирург, дәүләт органдары хеҙмәткәре. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1919-1928 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1922 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк санитар‑эпидемик ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе.
- Бадер Отто Николаевич (1903—2.04.1979), археолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1964). Шүлгәнташ мәмерйәһен тикшереүселәрҙең береһе.
тулы исемлек
- Сәлимов Мөхәмәтйән Һибәт улы (1938), механизатор. 1957—1999 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Баймырҙа ауылынан.
- Шакиров Рәмил Рәғиб улы (1958), инженер. 1975 йылдан Хәйбулла районы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының транспорт цехы слесары, 1978 йылдан — водитель, 1998 йылдан — өлкән механик, 2000 йылдан — цехтың баш инженеры, 2001 йылдан (өҙөклөк менән) — цех начальнигы, 2014 йылдан — баш механиктың транспорт буйынса урынбаҫары, өлкән механик. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1996), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1983). Сығышы менән Бүребай ауылынан.
- Юлдашбаева Флорида Арыҫлан ҡыҙы (1963), шәфҡәт туташы. Аҡъяр район үҙәк дауаханаһы көндөҙгө стационарының өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Парфёнов Пётр Семёнович (1894—29.07.1937), СССР яҙыусыһы һәм шағиры, дипломат, хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Партизандар гимны» («По долинам и по взгорьям») йырының авторы.
- Нелюбин Иван Яковлевич (1914—8.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһының айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының орудие командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Зәйнәшев Нәҙим Карам улы (1929, ғалим-инженер‑электрик, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник (1970) һәм иҡтисад фәндәре (2000) докторы, профессор (1977). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Варзитамаҡ ауылынан.
- Асмаев Славик Михайлович (1954), бейеүсе, балетмейстер, педагог. 1975—1990 йылдарҙа Мари филармонияһының «Марий Эл» дәүләт бейеү ансамбленең балет артисы, 2014 йылдан — художество етәксеһе һәм баш балетмейстеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1995), Мари АССР-ының халыҡ (1988) артисы. Марий Эл Республикаһының Олык Ипай исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1998). 2‑се дәрәжә «Марий Эл алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Бахтыбай ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 1815: Николай Сазонов, Рәсәй империяһы йәмәғәт эшмәкәре, публицист.
- 1825: Лудольф Христоф Эренфрид Крель, Германия ғалимы, шәрҡиәтсе.
тулы исемлек
- 1880: Николай Васильев, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ғалим-философы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, психолог, тарихсы, шағир һәм тәржемәсе. Ҡазан университеты профессоры (1918).
- 1895: Паоло Яшвили, СССР һәм Грузия шағиры.
- 1900: Антуан де Сент-Экзюпери, Франция яҙыусыһы, профессиональ лётчик.
- 1901: Елена Ильина, СССР яҙыусыһы.
- 1930: Славомир Мрожек, Польша драматургы, прозаик һәм сатирик.