Trends in LIMS
Йөкмәткеһе
Уҡыу көйләүҙәре
1 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 91-се (кәбисә йылында 92-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 274 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Атеистар (динһеҙҙәр) көнө.
- Шиғриәт һәм ижади зиһен көнө.
- Студенттар үҙидараһы көнө.
- Иран: Ислам республикаһы көнө.
- Кипр Республикаһы: Милли байрам.
- КАР: Ғаилә көнө.
- Танзания: Ағас ултыртыу көнө.
- Ер: Математиктар көнө.
- АҠШ: Тромбонсылар көнө.
- Таиланд: Дәүләт хеҙмәте көнө.
- 1778: АҠШ-та долларҙың махсус билдәһе «$» уйлап табыла.
- 1875: Бөйөк Британияның «Таймс» гәзитендә донъяла тәүге тапҡыр алдағы аҙнаға һауа торошо тураһында мәғлүмәт баҫыла (1875).
тулы исемлек
- 1889: Чикагола беренсе һауыт-һаба йыуыу машинаһы һатыуға сығарыла.
- 1890: Бельгиянан АҠШ-ҡа күсеп килгән Шарль Ван Депуле беренсе троллейбусҡа патент ала (1890).
- 1923: «Огонёк» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1936: Өфөлә 119-сы ат заводы эшләй башлай.
- 1937: Бирма Һиндостандан айырыла.
- 1940: АҠШ-тың Нью-Джерси штатында тәүге тапҡыр электрон микроскопты эшләтеп күрһәтәләр.
- 1940: Мәләүез һөт-консерва комбинаты сафҡа тапшырыла.
- 1995: Рәсәй телевидениеһының ОРТ каналы тапшырыуҙары башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғиләж Ғүмәрский (төп исеме Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы (1890—26.11.1967), драматург. 1910-сы йылдарҙан үҙешмәкәр театр коллективтарын ойоштороусы. 1930–1937 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең район-ара бүлеге мөдире. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
- Типеев Шамсун Ислам улы (1900—06.1983), ғалим-тарихсы. 1935—1951 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тарих институты хеҙмәткәре. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалын ойоштороусыларҙың береһе, 1951 йылдан филиал Президиумының рәйес урынбаҫары. 1952 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, 1954—1956 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр. Тарих фәндәре кандидаты (1943). Рәсәйҙәге Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Иҫке Исай ауылынан.
тулы исемлек
- Смородин Георгий Степанович (1905—17.04.1986), ғалим-агроном, юғары мәктәп эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1960), профессор (1960). РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1977), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1965). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты директоры, 1951—1953 һәм 1959—1965 йылдарҙа дөйөм игенселек кафедраһы мөдире һәм бер үк ваҡытта агрономия факультеты деканы. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Чусовский районы Вереино ауылынан.
- Зәйнуллин Лик Әнүәр улы (1945), ғалим-йылылыҡ энергетикаһы инженеры. 1975 йылдан хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй металлургия йылылыҡ техникаһы ғилми-тикшеренеү институты һәм йәмғитенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1989 йылдан лаборатория мөдире, 1996 йылда һәм 1999 йылдан — генераль директоры, бер үк ваҡытта 2006 йылдан Урал федераль университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ишҡол ауылынан.
- Йәғәфәрова Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы (1945), ғалим-биотехнолог. 1970 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1996 йылдан технология факультеты деканы, 2004 йылдан — ғәмәли экология кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улы (1931), ғалим-тарихсы, партия органдары ветераны. 1982—1985 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары, 1985—2000 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивы директоры. Тарих фәндәре кандидаты. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1965).
- Кутонова Клавдия Николаевна (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1975—2017 йылдарҙа Салауат ҡала дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районыны үҙәге Фёдоровка ауылынан.
тулы исемлек
- Мурзин Вәкил Ильяс улы (1946), йырсы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡанбәк ауылынан.
- Амангилдина Фатима Рәшит ҡыҙы (1956), табип-офтальмолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты консультатив-поликлинка бүлеге хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Гәрәев Радик Шафиҡ улы (1956), табип, йәмәғәтсе. 1997—2016 йылдарҙа Ағиҙел ҡала дауаханаһының баш табибы. 1999—2016 йылдарҙа ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Йәнәй-Иткенә (хәҙер бөткән) ауылынан.
- Ғиләжев Азамат Лоҡман-Хәким улы (1956—18.04.2021), сценограф. 1995—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының баш рәссамы, 2009 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театрының ҡуйыусы рәссамы. 1985 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Яҙыусы Хәким Ғиләжевтың улы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бикбаев Рәмил Фәрит улы (1961—16.07.1995), ғалим-математик. 1987—1995 йылдарҙа Математика институтының ғилми хеҙмәткәре. Физика-математика фәндәре докторы (1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Костригина Марина Владимировна (1961), педагог-хореограф. 1980 йылдан Салауат ҡалаһының «Улыбка» бал бейеүҙәре өлгөлө ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Ғәлләмова Әлфирә Хәләф ҡыҙы (1966), Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Нестеренко Иосиф Евтихиевич (1917—2018), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1935—1936 йылдарҙа һәм 1945 йылдан Хәйбулла районы Бүребай ауылының хәҙерге 1-се урта мәктәбе, 1977—1986 йылдарҙа — Татыр-Үҙәк музыка мәктәбе уҡытыусыһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1962). Сығышы менән элекке Орск өйәҙенең Никольский утарынан.
- Байышев Булат Таһир улы (1927—14.07.2012), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1973) һәм почётлы нефтсеһе (1987). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966).
тулы исемлек
- Бәхтийәров Вәлийәр Ҡотдос улы (1927—?), механизатор. 1953—2002 йылдарҙа Благовар районы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1981), райондың иң яҡшы тракторсыһы (1982). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән ошо райондың Ҡашҡалаша ауылынан.
- Ғәниев Ривнер Фазыл улы (1937), ғалим-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2009—2015 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Благонравов исемендәге Машиналар өйрәнеү институты директоры. Техник фәндәр докторы (1968), профессор (1969), Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), Литва Фәндәр Академияһының сит ил ағзаһы (2011). Почёт (1999) һәм 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары кавалеры.
- Перелыгин Игорь Сергеевич (1937—24.02.2002), ғалим-физик. 1965—2001 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының дөйөм физика кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре кандидаты (1963), химия фәндәре докторы (1974), профессор (1976). РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Чистай ҡалаһынан.
- Йәндәүләтов Миңлеғәлей Хәйбулла улы (1942—10.09.2013), педагог. 1963 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1970 йылдан (өҙөклөк менән) Ҡаратал урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1976—1996 йылдарҙа — директоры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Ғәҙелбай ауылынан.
- Мөхтәруллин Рәфҡәт Тәфтизан улы (1942—12.02.2002), зоотехник. 1967 йылдан Әбйәлил районы хужалыҡтары зоотехнигы һәм баш зоотехнигы, 1987 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоз рәйесе, 1990 йылдан малсылыҡ комплексы начальнигы, 1996 йылдан «Урал» совхозының баш зоотехнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1985). Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1985). Сығышы менән ошо райондың Әлмөхәмәт ауылынан.
- Чернова Любовь Павловна (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. Бөрө районы Иҫке Бурны урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
- Щербацкий Алексей Александрович (1947), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2000 йылдан «Радуга» етештереү комбинатының Директорҙар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2010) һәм «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2016) менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ишморатова Фәниә Хәлфетдин ҡыҙы (1952—2021), китапханасы. Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының элекке бүлек мөдире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан.
- Төхвәтуллина Нәсимә Шайморат ҡыҙы (1952), муниципаль хеҙмәт ветераны. 1972 йылдан Нефтекама ҡала Советы башҡарма комитетының финанс бүлеге хеҙмәткәре, 1978 йылдан — бүлек мөдире урынбаҫары; 1998—2005 йылдарҙа — Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Рәсәйҙең финанс хеҙмәте отличнигы (2002). Сығышы менән Пермь ҡалаһынан.
- Вәлиев Ғайса Арыҫлан улы (1957), зооинженер. 1978 йылдан Әбйәлил районы Калинин исемендәге колхоз зоотехнигы, бригадиры, 1989 йылдан — баш зоотехнигы, 1992 йылдан — профсоюз комитеты рәйесе; 2003 йылдан райондың ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе, 2010 йылдан район эксплутация хеҙмәте начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо райондың Тәпән ауылынан.
- Лотфуллин Рәмил Хәмит улы (1957), муниципаль хеҙмәткәр. 1990 йылдан Краснокама район мәҙәниәт һарайы директоры, 2019 йылдан — район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Уҫаҡкисеү ауылынан.
- Хисмәт Юлдашев (1957), шағир, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты (1990).
- Фәзуллина Флүзә Фәтхислам ҡыҙы (1962), хеҙмәт алдынғыһы. 1980 йылдан Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһының штукатур-маляры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
- Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы (1962), театр һәм кино актёры. 1991 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актёры (1991), бер үк ваҡытта 2007 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2006) халыҡ артисы.
- Римма Амангилдина (1972), йырсы. 1993 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012.
- Смыгин Игорь Евгеньевич (1987), спортсы, профессиональ баскетболсы, һөжүмсе һаҡсы. Рәсәйҙең студенттар йыйылма командаһы ағзаһы (2011). Өфө баскетбол мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2018 йылдан «Һамар» командаһы уйынсыһы. Рәсәйҙең спорт мастеры (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әхтәмов Зиннәт Һибәт улы (1928—8.10.2012), педагог, мәғариф, партия һәм матбуғат органдары хеҙмәткәре. 1969 йылдан Әбйәлил районы мәғариф бүлеге мөдире, 1972—1988 йылдарҙа Асҡарҙағы 1-се мәктәп директоры урынбаҫары, 1991—2000 йылдарҙа Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо райондың Дауыт ауылынан.
- Иванова Александра Степановна (1933), китапханасы. 1957—1988 йылдарҙа Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауыл китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974). Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Истәков Гәлимйән Ғәли улы (1938—17.123.2008), малсы. 1953—1998 йылдарҙа Баймаҡ районы К. Маркс исемендәге колхоз чабаны. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1975). Сығышы менән ошо райондың Йәрмөхәмәт ауылынан.
- Ғәлимов Шамил Миәссар улы (1943), инженер, ауыл хужалығы, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙәткәре. 1992—1998 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Бәләбәй район советы башҡарма комитеты рәйесе һәм район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы һәм һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2008).
- Давыдов Владимир Петрович (1948), нефтсе-инженер, муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1995 йылдан «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы, 2000—2003 йылдарҙа — Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
- Рахаева Мария Семёновна (1948), методист, йәмәғәтсе. 1975 йылдан «Белем» йәмғиәте Әбйәлил район бүлексәһенең яуаплы секретары; 1991—2003 йылдарҙа район мәҙәниәт йортоноң методик кабинет мөдире. 1989—2004 йылдарҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Сығышы менән ошо райондың Гусев ауылынан.
- Әбделмәнова Рәйсә Зыя ҡыҙы (1948), педагог. 1967 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983). Сығышы менән ошо райондың [Оло Әбеш]] ауылынан.
- Миңлеғәлиева Руфина Рәжәп ҡыҙы (1968), шәфҡәт туташы, йәмәғәтсе. Өфө районы Михайловка ауылындағы табип амбулаторияһының участка шәфҡәт туташы. Участка һайлау комиссияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Архангельский Василий Викторович (1889—1960), Рәсәй империяһындағы революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы. 1906 йылдан РСДРП һәм уның Өфө комитеты хәрби дружинаһы ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917—1918 йылдарҙа Өфө губерна комитетының эштәр менән идара итеүсеһе һәм Өфө губерна революцион комитеты комиссары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән элекке Пермь губернаһы Веретье ауылынан.
- Серёгин Леонид Алексеевич (1944), инженер-төҙөүсе, төҙөлөш тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1977 йылдан «Белорецкметаллургстрой» тресының 3-сө төҙөлөш идаралығы начальнигы, трестың баш инженеры һәм идарасыһы, 1994—2000 йылдарҙа Белорет ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985).
тулы исемлек
- Иҫәнбаева Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы (1949), педагог, әҙип. 1966—1973 һәм 1982—2009 йылдарҙа Баймаҡ районы Ниғәмәт ауыл мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, социаль педагогы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001), Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы отличнигы (1992), «Йыл уҡытыусыһы—1996» республика конкурсы һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Иҫән ауылынан.
- Тюфяков Сергей Михайлович (1949), баянсы, педагог. 1973—1995 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солист-музыканты, бер үк ваҡытта 1974 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған артисы. Баянсылар һәм аккордеонсыларҙың халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Клингенталь ҡалаһы, ГДР, 1978).
- Арыҫланғолов Фәнил (Фаил) Тимерхан улы (1954), музыкант. 1981 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры баянсыһы, 1988 йылдан музыкаль бүлек мөдире, 1994 йылдан — йырсы Айҙар Ғәлимовтың «Айҙар» театр-студияһы музыканты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Волга буйы баянсыларының төбәк конкурсы дипломанты (Ульяновск, 1974).
- Фәттәхов Таһирйән Кашап улы (1954), хирург-табип, онколог. 1979 йылдан Күмертау районы Маячный дауаханаһы табибы, онкология бүлеге мөдире, 2010 йылдан Муниципаль-ара онкология үҙәге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Әлкә ауылынан.
- Әминева Гөлиә Карам ҡыҙы (1959, инженер‑төҙөүсе-ғалим. 2006 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, Юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү үҙәге директорының уҡытыу методик эштәр буйынса урынбаҫары, 2017 йылдан — Ғәмәли квалификациялар үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2003) һәм мәғариф отличнигы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Гремучий Ключ ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 1730: Соломон Гесснер, Швейцария шағиры, рәссам.
- 1750: Гуго Коллонтай, Польшаның йәмәғәт эшмәкәре, публицист.
тулы исемлек
- 1809: Николай Васильевич Гоголь, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1815: Отто фон Бисмарк, Германия дәүләт эшмәкәре, канцлер.
- 1840: Илларион Прянишников, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1860: Сергей Реформатский, Рәсәй империяһы һәм СССР ғалимы, химик.
- 1865: Рихард Адольф Зигмонди, Австрия химигы, Нобель премияһы лауреаты (1925).
- 1873: Сергей Васильевич Рахманинов, Рәсәй империяһы композиторы, пианист һәм дирижёр.
- 1875: Ричард Горацио Эдгар Уоллес, Бөйөк Британия яҙыусыһы, драматург, журналист һәм сценарист.
- 1905: Олег Жаков, киноактёр һәм кинорежиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1905: Мария Смирнова, СССР-ҙың кино драматургы, Сталин премияһы лауреаты (1948).
- 1908: Абрахам Маслоу, АҠШ психологы.
- 1920: Тосиро Мифунэ, Япония актёры.
- 1934: Владимир Познер, СССР һәм Рәсәй журналисы.
- 1983: Сергей Лазарев, театр актёры һәм йырсы.
- 1906: Коста Хетагуров, Рәсәй империяһы шиғиры, мәғрифәтсеһе, скульптор, рәссам.
- 1939: Антон Макаренко, СССР педагогы, яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1968: Лев Ландау, СССР физигы, Нобель премияһы лауреаты (1962).
- 1981: Агния Львовна Барто, СССР-ҙың балалар яҙыусыһы, шағир.
- 1991: Рина Зеленая, СССР-ҙың театр, кино һәм эстрада актрисаһы.
- 2010: Генри Эдвард Робертс, инженер-электронщик, беренсе шәхси компьютер эшләүе.
- 2017: Евгений Евтушенко, СССР һәм Рәсәй шағиры, яҙыусы, режиссёр, сценарист, публицист, актёр.