The US FDA’s proposed rule on laboratory-developed tests: Impacts on clinical laboratory testing
Йөкмәткеһе
Уҡыу көйләүҙәре
21 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
21 ғинуар Викимилектә |
21 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 21-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 344 көн ҡала (кәбисә йылында 345).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Балалар байрамы көнө.
- Ҡосаҡлашыу көнө.
- Йор һүҙҙәр көнө.
- Беларусь Ҡырғыҙстан Рәсәй Федерацияһы: Инженер ғәскәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Аспиранттар көнө
- 1865: Рәсәй империяһының билдәле пианисы, сығышы менән Өфөнән булған Вера Тиманова тәүге асыҡ концерт менән сығыш яһай.
- 1933: Хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры ойошорола.
- 1941: Өфөлә В. И. Лениндың йорт-музейы асыла.
- 1945: Мәскәүҙә Ботаника баҡсаһы эшләй башлай.
- 1956: Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе файҙаланыуға тапшырыла.
- 1986: Өфө ҡалаһының А. М. Горький исемендәге 3-сө урта мәктәбе Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.
- 2011: Башҡортостан Республикаһының Социаль торлаҡ төҙөү фонды ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ярцев Виктор Александрович (1965—15.05.2021), музыкант-баянсы, педагог. 1991 йылдан Өфөләге Урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы, колледждың төрлө кимәл конкурс һәм фестивалдәр лауреаты булған «Наигрыш» урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары ансамблен (2000) ойоштороусы һәм уның алыштырғыһыҙ етәксеһе; бер үк ваҡытта 2002 йылдан «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ҡарамағындағы «Забава» урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2015) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Итбаев Марс Салауат улы (1970—21.09.2020), театр артисы. 1991 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2005), «Театр яҙы» республика конкурсының «Өмөт» номинацияһы лауреаты (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Бикбау ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Төхфәт Морат (Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы; 1906—27.12.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир, журналист һәм уҡытыусы. 1927 йылдан «Башкнига» ширҡәте мөхәррире, «Үктәбер» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы хеҙмәткәре, 1936—1941 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр башҡорт урта мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1994).
- Фәттәхов Ҡасим Камал улы (1921—5.05.1981), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1981 йылдарҙа Краснокама районы «Красный Октябрь» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хухалығы хеҙмәткәре. Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.
- Кәримов Айрат Таһир улы (1941—11.05.2016), пианист, композитор. Хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Ирәндек» вокаль-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның 1970—1976 йылдарҙағы етәксеһе; 1981–1988 йылдарҙа Рус дәүләт академия драма театрының музыкаль етәксеһе. 1991 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Республика композиторҙар конкурстары призеры һәм лауреаты. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск ҡалаһында БАССР-ҙың мәҙәниәте көндәрендә (1968), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнашыусы. Композитор Таһир Кәримовтың улы.
тулы исемлек
- Морозов Николай Андреевич (1941), хеҙмәт ветераны. 1966 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының физик культура уҡытыусыһы, доцент (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Кострома өлкәһенең Буй районынан.
- Рогачёв Михаил Константинович (1951, ғалим-тау инженеры. 1976—2005 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты, 2005 йылдан Санкт-Петербургтағы «Горный» Милли минераль-сеймал университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2006 йылдан нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2008—2014 йылдарҙа нефть газ факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Горбунов Виктор Иванович (1956), хеҙмәт ветераны. «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең элекке машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
- Ғибәҙуллин Марат Мулланур улы (1956), ғалим-хәрби табип. 1983 йылдан граждандар оборонаһы полкының (Ленинград) медицина хеҙмәте начальнигы; 1990 йылдан СССР Ҡораллы Көстәренең Көнбайыш төркөмө (Германия) полкының медицина хеҙмәте начальнигы; 1994 йылдан Санкт-Петербург Хәрби-топография училищеһының поликлиника начальнигы; 1997 йылдан Санкт-Петербург педиатрия медицина универстеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (2006), доцент (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Әхмәтзарипов Марат Әғзәм улы (1956), дирижёр, музыкант. 1996 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт опера һәм балет театры дирижёры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2002—2010 йылдарҙа Милли симфоник оркестр (Өфө) дирижёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһынан.
- Сидоров Георгий Маркелович (1961), ғалим-инженер механик. 1989 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1992 йылдан өлкән, 1999—2005 йылдарҙа — төп ғилми хеҙмәткәр, 2012 йылдан уҡытыусы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы акаадемигы, техник фәндәр докторы (1999), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2004). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2015) һәм Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Бәхтизин Әхтәм Мөсәлим улы (1897—16.08.1943), беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1921—1922 йылдарҙа Урта Азияла баҫмасыларҙы юҡ итеүҙә, Хәсән күле буйындағы 1938 йылғы совет‑япон ҡораллы конфликтында, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Уҡсылар дивизияһы командиры (1943), полковник (1939). 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Георгий тәреләре, ике Ҡыҙыл Байраҡ (1918, 1940) һәм 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары кавалеры.
- Осокин Василий Павлович (1922—19.02.2022), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се (1985) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары (1945) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үҙән ауылынан.
- Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы (1942), тома һуҡыр музыкант, йырсы һәм композитор. 1979—2003 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Бәләбәй уҡыу-производство предприятиеһы хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1992 йылдан Бәләбәй ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбе, 2003—2009 йылдарҙа башҡорт гимназияһының музыка уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Һуҡырҙарҙың төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары һәм фестивалдәре лауреаты.
тулы исемлек
- Ғилданов Фәүил Ғабдрахман улы (1947), спорт ветераны. Ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Башҡорт АССР-ы чемпионаты призеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Бишҡурай ауылынан.
- Никитин Михаил Николаевич (1952—2011), механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1973—1992 һәм 2003—2011 йылдарҙа Хәйбулла районындағы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры, начальнигы һәм баш механигы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Нуриуллина Маһира Мәүлитбай ҡыҙы (1952), хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң элекке методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районынан.
- Шәйнүров Фәрит Вәлинур улы (1952), ауыл хужалығы һәм ветеринария хеҙмәте ветераны. 1973 йылдан Дүртөйлө районы хужалыҡтарында яуаплы хеҙмәткәр, 1987—1995 йылдарҙа Дүртөйлө ауыл хужалығы идаралығының баш ветеринар врачы; 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ветеринария идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылынан.
- Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы (1957), ғалим-химик. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университетының физик химия һәм химик экология кафедраһы мөдире, 2010—2013 йылдарҙа университет ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
- Ғәбдрәхимова Флүрә Әнғәм ҡыҙы (1962), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2-се республика клиник дауаханаһы терапея бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Янбаев Юлай Әғләм улы (1962), ғалим-генетик. 2013—2018 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетеның уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры. Биология фәндәре докторы (2002).
- Шәйҙуллин Айҙар Мирсәйет улы (1977), балет артисы. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы, 1995 йылдан — балет солисы, 1996—1997 йылдарҙа Силәбе опера һәм балет театрының, 1998 йылдан «Кремль балеты» театрының балет солисы, 2013 йылдан Мәскәүҙәге «Глобэкс промоушен» йәмғиәтенең, бер үк ваҡытта 2017 йылдан «Русконцерт продакшен» йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Лисовский Александр Николаевич (1858—1920), педагог, фольклорсы. Өфө уҡытыусылар институтының (артабан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (1929—1957) һәм Башҡорт дәүләт университеты (1957—2022) беренсе директоры (1909—1917).
- Толстиков Генрих Александрович (1933—25.04.2013), ғалим-органик-химик. 1984—1993 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Президиум рәйесе. 1991 йылдан Рәсәй, 1987 йылдан — СССР Фәндәр академияһы академигы, химия фәндәре докторы (1969), профессор (1970). СССР Дәүләт премияһы (1990) һәм Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2003) лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975).СССР-ҙың Халыҡтар Дуҫлығы (1983) һәм Почёт Билдәһе (1975), Рәсәйҙең 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2009) һәм Почёт (1998) ордендары кавалеры.
- Мөхәмәтдинов Ильяс Йомағужа улы (1938), механизатор. 1964 йылдан Әбйәлил районы Калинин исемендәге колхоз тракторсыһы, 1990—1996 йылдарҙа үҙәк ҡаҙанлыҡ операторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Ишҡол ауылынан.
- Пупкова Евгения Григорьевна (1938—19.03.1922), музыкант-пианист, педагог. 1970 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Туленкова Вера Филипповна (1958), инженер-төҙөүсе. 1983 йылдан Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһы геодезисы, 1985 йылдан — инженеры, 2008 йылдан — производство-техник бүлегенең әйҙәүсе белгесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2011). Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғәлиев Һиҙиәт Фәтхулла улы (1924—2016), комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы разведчигы. 1968—1982 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозы директоры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылынан.
- Онуприенко Пётр Макарович (1924—23.06.2008), инженер, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының тәьминәт бүлеге мөдире, 1964—1993 йылдарҙа — директор урынбаҫары. 1964—1991 йылдарҙа Учалы ҡала советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған шахтеры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының 1970 йылдарҙа бөткән Тамаковка ауылынан.
тулы исемлек
- Руттер Валерий Дмитриевич (1924—25.09.2010), дирижёр. 1966—1969 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының баш дирижёры. Башҡорт АССР‑ының (1969) һәм Ҡаҙаҡ ССР-ының (1978) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Алфимов Владимир Александрович (1939), эшсе. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең элекке слесары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2006).
- Сәғитов Наил Абдулла улы (1939), хирург-табип. 1974—1989 йылдарҙа Мораҡ район үҙәк дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1987), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Күгәрсен районының почётлы гражданы. Сығышы менән Багдашкин ауылынан.
- Аҡсурина Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (1949), зоотехник-ғалим. 1992—1995 һәм 2001—2012 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2007).
- Заһиҙуллина Римма Миҙхәт ҡыҙы (1954), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2001 йылдан Учалы филармонияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ҡазыханов Илдар Сафуан улы (1959), ветеринария табибы. 1994 йылдан Дүртөйлө район һәм ҡала ветеринария станцияһының табип-бактериологы, 1995 йылдан — начальнигы. Рәсәйҙең (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының (2009) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Маншыр ауылынан.
- Мәсәлимов Урал Тимербулат улы (1959), рәссәм-график. 1994 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 1850: Иван Мушкетов, Рәсәй империяһының ғалим-геологы, географ, сәйәхәтсе.
- 1855: Джон Браунинг, АҠШ-та тыуып, Бельгияла эшләгән ҡорал конструкторы.
- 1900: Олег Волков, СССР яҙыусыһы, РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1991).
- 1905: Ванда Василевская, СССР яҙыусыһы, шағир һәм драматург, өс Сталин премияһы лауреаты (1943, 1946, 1952).
- 1905: Кәрим Рәшидов, СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, Ҡырым татарҙары әҙәбиәте буйынса тәүге диссертация авторы.
- 1920: Николай Трофимов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1990).
- 1941: Пласидо Доминго, Испанияның опера йырсыһы.
- 1960: Дмитрий Харатьян, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2007).
- 1938: Ғәлимйән Ибраһимов, журналист һәм яҙыусы. Хеҙмәт Геройы (1932).