Laboratory demand management strategies: An overview

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Иғжәз әл-Ҡөрьән, Ҡөрьән мөғжизәһе (ғәр. إعجاز القرآن‎; рус. И’джаз аль-Куран) — Ҡөрьәндең йөкмәткеһе һәм формаһы буйынса мөғжизәлелеге һәм тиңе булмағанлығын аңлатҡан термин[1].

Тарихы

Ҡөрьән жүзенең 28-се сүрәһе 78-88 аяттары; 29-сы сүрәһенең 4-се аяты (S1995.115)

Мәғлүмәттәргә ярашлы, ғәрәптәр Ҡөрьән аяттары менән күрәҙәләрҙең һәм шағирҙарҙың телмәре араһындағы айырманы асыҡ аңлаған. Улай ғына ла түгел, улар Ҡөрьән менән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вәғәздәре араһында ла айырма тоя. Бәҙәүи шиғриәтен яҡшы белеүселәрҙе Ҡөрьәндә яҙылғандар аптырашта ҡалдыра һәм уларҙы ҡаушап ҡалырға мәжбүр итә. Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ҡаршы торорға тәүәкәллек итеүселәр үҙ милләттәштәрен инандырыр өсөн һүҙ таба һәм ишеткәндәренең тәбиғәте буйынса килешеүгә килтерә алмай[2]

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең рисәләте барышында барлыҡҡа килгән мөғжижә тураһындағы күҙаллау шул ваҡыттағы ғәрәп әҙәбиәтенең традицион жанрҙары системаһында Ҡөрьәндең бығаса күрелмәгәнсә булыуы менән аңлатыла. 620—622 йылдарҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙенең оппоненттарын Ҡөрьәнгә оҡшаған ниҙер булһа ла ижад итергә саҡыра[3]. Бының менән Пәйғәмбәр яғынан да, хәҙерге һәм урта быуат ислам ғалимдары яғынан да Пәйғәмбәр үәхиҙәренең дөрөҫлөгө нигеҙләнә[4].

VIII—IX быуаттарҙа Ҡөрьән исламда тәү сиратта Ҡөрьәндең ижад ителгәнме һәм юҡмы икәнлеге мәсьәләһе буйынса бәхәстәр үҙәгенә әйләнә. Был аңлашылмаусанлыҡты дөрөҫ аңларға кәрәк: бер кем дә китап йәки хәрефтәр ижад ителмәгән тигән фекерҙә булмаған[5][6].

Иғжәз (мөғжизә) төшөнсәһе Мөхәммәт Пәйғәмбәр миссияһының дөрөҫлөгөн нигеҙләүҙә мөһим роль уйнай. Был бәхәс барышында ислам дине белгестәре хис-тойғолар (хиссиәт) һәм аҡыл (ғаҡылиә) менән ҡабул ителгән «мөғжизәләр» һәм «кәрәмәттәр» тураһында күҙаллауҙар төҙөй. Мәңгелек төп «мөғжизә» итеп иң мөһим «илаһи кәрәмәт» (аят) — Ҡөрьән тип иғлан ителә. Мосолман дин белгестәре Иҫке һәм Яңы Ғәһедтәрҙең «тиңе юҡ» тип таныуҙан баш тартҡан [4].

Ҡөрьән тәржемәһе

Иғжәз (мөғжизә) концепцияһы менән Ҡөрьәндең тәржемә ителә алмауы тураһында доктрина бәйле. Әммә «комментарий» (тәфсир) мәғәнәһендә тәржемә, ул текстың төп нөсхәһен алмаштырмаған осраҡта ғына, рөхсәт ителә. XX быуаттың 30-сы йй. Ҡөрьәнде тәржемә итеү практикаһы Әл-Әзһәрҙә хуплау таба. Әлеге ваҡытта Ҡөрьән мосолман һәм мосолман булмаған халыҡтарҙың байтаҡ телдәренә тәржемә ителгән[7].

Иҫкәрмәләр

  1. Казахстан. Национальная энциклопедия
  2. Понятие иджаз в Коране. Электронный Минбар. Дата обращения: 7 апрель 2021. Архивировано 13 май 2021 года.
  3. Әл-Бәҡара 2:23, Йунус 10:38, Һуд 11:13, Әл-Исра 17:88, Ат-Тур 52:33, 34.
  4. 4,0 4,1 Резван, 1991, с. 89
  5. 02 - Возникновение мутакаллимов и их метода - SAQOFAT - Главная. saqofat.com. Дата обращения: 7 апрель 2021.
  6. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. 03 — Ошибочность метода мутакаллимов — SAQOFAT — Главная. saqofat.com. Дата обращения: 7 апрель 2021.
  7. Резван, 1991, с. 90

Әҙәбиәт

  • Резван Е. А. Иджаз ал-Куран // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 89-90. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.