6 август — григориан стиле буйынса йылдың 218-се (кәбисә йылында 219-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 147 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Халыҡ-ара
Ер : «Табиптар тыныслыҡ өсөн» көнө.
Бәшмәк ямғыры көнө.
Милли
Һөнәри
АҠШ : Клоун көнө.
Рәсәй Федерацияһы : Тимер юлсылар көнө (августың беренсе йәкшәмбеһе).
Тимер юл ғәскәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
Фәхрисламов Мөхәмәтнур Хәбибрахман улы (1921—31.01.1952), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан Өфө районының А. Д. Цюрупа исемендәге совхоз бригадиры, 1951 йылдан — бүлексә идарасыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Арыҫлан ауылынан.
Рифҡәт Исрафилов (1941), режиссёр, педагог , юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР ‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
Емельянова Валентина Николаевна (1951), хеҙмәт ветераны. 1969—2006 йылдарҙа Салауат ҡала элемтә узелының яуаплы хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының элемтә мастеры (1998). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
Ардисламов Вил Камил улы (1956), ғалим-инженер, комсомол органдары ветераны, дәүләт хеҙмәткәре. 1983 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—1991 йылдарҙа институттың ВЛКСМ комитеты секретары, 1991—1996 йылдарҙа авиация-технология факультетының декан урынбаҫары; 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы, 2001 йылдан — комитет рәйесенең 1-се урынбаҫары; 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисад бәйләнештәре, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрының 1-се урынбаҫары. 2009 йылдан Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Департамент директоры урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1989), доцент (1991). ВЛКСМ-дың 18-се съезы делегаты (1978). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Стаханова Эмма Зыя ҡыҙы (1956), мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләре ветераны. 1984—2008 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы уҡытыусыһы, 2009—2013 йылдарҙа ҡаланың «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре. 2011 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
Паширов Валентин Дмитриевич (1924—6.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Ишбирҙин Сәғәҙәт Ғәтиәт улы (1929), педагогик хеҙмәт ветераны, 1953—1957 һәм 1965—1990 йылдарҙа Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбе директоры, 1958—1964 йылдарҙа «Сибай» совхозының партком секретары. РСФСР -ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1971) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
Туганова Ариадна Артуровна (1929—24.04.2022), бейеүсе, театр актёры. 1971—2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус драма театры актёры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Рәхимов Әхмәт Зәки улы (1934), ғалим-психолог, педагог. 1994—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире. Психология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995) һәм мәғариф отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Киәҙетау ауылынан.
Максимов Владимир Александрович (1944), географ, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1971), Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты профессоры (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
Хәбибуллин Рәмил Миҙхәт улы (1949), табип-сурдолог, Республика балалар клиник дауаханаһы консультатив-диагностика поликлиникаһының сурдология үҙәге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).
Яҡупов Риф Исмәғил улы (1959), ғалим-этнограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Әхмәтгәрәева София Тәүрат ҡыҙы (1979—5.08.2017), спортсы. 2003—2017 йылдарҙа армспорт буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Өс тапҡыр донъя (2003—2004), Европа (2003) һәм Рәсәй (2012—2014) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Дмитриевка ауылынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
1835 : Константин Поленов, Рәсәй империяһының ғалим -металлургы .
1910 : Николай Будашкин, СССР композиторы, РСФСР -ҙың халыҡ артисы (1972).
1910 : Чарльз Крайтон, Англия кинорежиссёры, продюсер.
1915 : Валентин Левашов, композитор, хор дирижёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1985).
1928 : Энди Уорхол , АҠШ рәссамы, продюсер, дизайнер.
1940 : Муху Әлиев, СССР-ҙың партия , совет органдары һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, 2006—2010 йылдарҙа Дағстан Республикаһы президенты.
1950 : Дэвид Гамбург, АҠШ һәм Рәсәй актёры, режиссёр, сценарист һәм продюсер.
1955 : Том Сандберг, Норвегия спортсыһы , олимпия (1984) һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
1965 : Юки Кадзиюра, Япония музыканты , композитор, музыкаль продюсер.
1965 : Дэвид Морис Робинсон, АҠШ баскетболсыһы , ике тапҡыр олимпия чемпионы.
1970 : Марина Могилевская, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010).
1970 : М. Найт Шьямалан, АҠШ кинорежиссёры, сценарист, сығышы менән Һиндостандан .