Кеше нең танауы
Танау (лат. nasus , бор. грек. ῥινός [rhinos]) — еҫ һиҙеү ағзаһы. Биттең тын алыу, еҫ һиҙеү, мал аҙығы табыуҙа һәм аралашҡанда ҡатнашҡан өлөшө (кешелә) йәки мороно (башҡа хайуандарҙа ).
Ҡоштарҙың танауы суҡышы менән тоташҡан, суҡыш өҫтөндә танау тишектәре бар.
Хайуандарҙың танауы
Эттең танауын айырып торған үҙенсәлектәрҙең береһе — танау осо нормаль хәлдә һәр ваҡыт дымлы һәм һалҡын[ 1]
Ҡайһы бер хайуандарҙың, атап әйткәндә, һыйырҙарҙың, эттәрҙең танау осондағы рельеф биҙәктәре индивидуаль һәм кеше бармаҡтарының папиллар һыҙаттары кеүек үҙенсәлекле һәм биометрик идентификациялауҙа ҡулланыла ала[ 2] [ 3] [ 4]
Амфибияларҙа һәм ике ысул менән һулаусыларҙың танау тишектәре ваҡ муҡсаларға асыла, улар, үҙ сиратында, хаон аша ауыҙ ҡыуышлығы менән аралаша. Был муҡсаларҙа бик аҙ миҡдарҙа һиҙеү эпителийы бар. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ике ысул менән һулау, амфибияларҙан айырмалы рәүештә, структураһы буйынса оҡшаш ағза булһа ла, тын алыу процесында ҡатнашмай. Шулай уҡ амфибияларҙа һиҙеү эпителийы менән ҡапланған вомероназаль ағза урынлашҡан, әммә амниоттарҙың оҡшаш структураларынан айырмалы рәүештә, ул ярайһы уҡ ябай ғына урынлаштырылған һәм, ҡағиҙә булараҡ, танау системаһының башҡа элементтары менән көсһөҙ бәйләнгән (саламандраларҙан башҡа)[ 5] .
Һөйрәлеүсе хайуандарҙың танау ҡыуышлығы күпкә ҙурыраҡ, ә хоандары ярайһы уҡ тәрәнерәк урынлашҡан. Крокодилдарҙа ул айырыуса оҙон, был уға өлөшләтә һыу аҫтында тын алырға мөмкинлек бирә. Һөйрәлеүселәр ҙең танау ҡыуышлығы өс компонентҡа бүленә: алғы (вестибула), төп еҫ һиҙеү камераһы һәм йотҡолоҡ өҫтө. Еҫ һиҙеү ҡыуышлығы тейешле эпителий менән теҙелгән һәм рецептор өҫтөнөң майҙанын арттырыусы бер нисә танау ҡабығы бар. Вомероназаль ағза кеҫәркеләрҙә һәм йыландарҙа яҡшы үҫешкән; уларҙа ул танау ҡыуышлығы менән бәйләнешкә инмәй һәм туранан-тура ауыҙға асыла. Гөбөргәйелдәрҙә, киреһенсә, бәләкәйерәк һәм танау менән тәүге бәйләнешен һаҡлай, ә өлкән крокодилдарҙа, ғөмүмән, юҡ[ 5] .
Ҡоштарҙың танауы һөйрәлеүселәрҙең танауына оҡшаш; танау тишектәре суҡыштарының өҫкө өлөшөнөң нигеҙенә яҡыныраҡ урынлашҡан һәм күп кенә төрҙәрендә һаҡлаусы ҡатлам менән ҡапланған. Өс танау ҡабығы булһа еҫ һиҙеү ҡыуышлығы бәләкәй, ҡайһы берҙә һөтимәрҙәр кеүек ҡатмарлы төҙөлөшө менән характерлана;ҡоштарҙа еҫ һиҙеү, ярашлы рәүештә, насар үҫешә. Вомероназаль ағзалары үҙ төрөнә ҡарап йә үҙләштерелмәгән, йә юҡ[ 5] .
Күпселек һөтимәрҙәрҙә танау ҡыуышлығы айырыуса күләмле була, ғәҙәттә баш һөйәгенең дөйөм оҙонлоғоноң яртыһын биләй. Ҡайһы бер таксондарҙың танауы ике тапҡыр ҡыҫҡартылған (атап әйткәндә, приматтарҙа , ярғанаттарҙа, кит һымаҡтарҙа ) һәм был хайуандарҙың еҫ һиҙеү һәләте сағыштырмаса көсһөҙ. Һөтимәрҙәрҙең танау ҡыуышлығының артыуы аңҡауҙың үҫеүе менән бәйле, ул ауыҙ ҡыуышлығын бүлә һәм уның элекке өҫкө өлөшөн танау системаһының компонентына әйләндереүгә булышлыҡ иткән. Танау ҡабыҡтары ҡатмарлы, бормалы ҡулса формаларын барлыҡҡа килтерә, улар үпкәгә һауа инер алдынан йылытыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ танау ҡыуышлығы баш һөйәгенең күрше һөйәктәренә лә өҫтәмә ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килтереп киңәйә — өҫтәмә танау ҡыуышлыҡтары[ 5] .
Һөтимәрҙәрҙең вомероназаль ағзалары һөйрәлеүселәргә оҡшаш. Күпселек төрҙәрҙә ул танау ҡыуышлығы төбөндә урынлашҡан һәм йә шунда уҡ асыла (кимереүселәрҙә ), йә ауыҙ ҡыуышлығы менән ике канал аша аралаша. Ярғанаттарҙа һәм күп приматтарҙа, шул иҫәптән кешелә лә, ул юҡ[ 5] .
Кешенең танауы
Танауҙың уң яртыһының схематик һүрәте, сагиталь киҫелеш, танау ҡабығы өлөшләтә юйылған
Танау бүлгеләре, сагиталь киҫелеш, уң күренеш
Танау кимерсәктәре, алғы күренеш
Танау кимерсәктәре, аҫҡы күренеш
Танауҙың тышының кимерсәкле һәм һөйәкле бүлемдәре, уң яҡ күренеш
Кеше танауы танау тышына (лат. nasus externus ) һәм танау ҡыуышлығына (эске танау) бүләнә.
Танауҙың танау тышы тип аталған, күҙгә күренеп торған өлөшө тамырҙан, арҡанан, өҫтән һәм япраҡтарҙан тора.
Танау тышы һөлдәһе түбәндәгеләрҙән тора:
Ситтәге бүлемдәр барлыҡҡа килтергән парлы һөйәктәр: танау һөйәктәре маңлай үҫентеләренең өҫкө яңаҡ һөйәктәре һәм танау бүлгеләренең парһыҙ һөйәктәр барлыҡҡа килтерән алғы өлөшө — күлтерҙең алғы өлөшө, рәшәткә һөйәгенең перпендикуляр пластинкаһының аҫҡы өлөшөнөң алғы өлөшө. Һөйәктәр менән сикләнгән баш һөйәгенең танау тишеге груша формаһындағы тишек тип йөрөтөлә (лат. apertura piriformis );
ситтәге бүлемдәр барлыҡҡа килтергән парлы кимерсәктәр: латераль кимерсәктәр, медиаль һәм латераль аяҡтарҙан торған танау япраҡтарының ҙур кимерсәктәре , танау япраҡтарының 2-3 пар бәләкәй кимерсәктәре, ҡайһы бер кешеләрҙә ҙур булмаған өҫтәлмә танау кимерсәктәре булырға мөмкин, танау бүлгеләренең парһыҙ кимерсәктәренең алғы өлөшө.
Тышында танау тишектәрен ҡыҫыу һәм танау ҡанаттарын аҫҡа төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән мускулдар урынлашҡан. Танауҙың тышы биттеке һымаҡ тире менән ҡапланһа ла, май биҙҙәренең күп булыу сәбәпле, был урында тире ҡалын һәм әҙ хәрәкәтләнеүсән.
Кешенең танау тышы менән түбәндәге парлы мимика мускулдары бәйле[ 6] [ 7] :
күҙ ектәрен уратып алған мускулдар төркөмөнән:
эре мускулдар — танауҙың артҡы яғында танау һөйәгенән башлана, тартылған саҡта танау тамырында тиренең арҡыры йыйырсыҡтары барлыҡҡа килә;
ҡашты төшөрөүсе мускул — танау һөйәгенән башлана, ҡаштарҙың хәрәкәтендә ҡатнаша;
ауыҙҙы уратып алған мускулдар төркөмөнән:
бит һөйәгенең кесе мускулы,өҫкө иренде күтәреүсе мускулдар, өҫкө иренде һәм танау япраҡтарын күтәреүсе мускулдар — өс мускулдың да ҡабырғаһы танау япраҡтарына ҡушыла, тартылған саҡта танау япраҡтарын күтәрә;
танау тишектәренең мускулдары төркөмөнән:
танау мускулдары — танауҙың алғы өлөшө ҡыҫҡарыу менән танауҙың тишектәренең араһы ҡыҫҡара, танау япраҡтарының өлөшө ҡыҫҡарыуы менән танауҙың япраҡтарын аҫҡа һәм бер яҡ ситкә һөйрәп киңәйтә;
танау бүлгеләрен аҫҡа төшөрөүсө мускулдар — ҡыҫҡарған саҡта танауҙың кимерсәкле өлөшөн аҫҡа һөйрәй.
Кешенең танауының тышы, башҡа һөтимәрҙәрҙән, шул иҫәптән приматтарҙан айырмалы рәүештә, алға табан бара, ә танау тишектәре аҫҡа борола, шуға ла тын алған һауа горизонталь рәүештә артҡа түгел, ә вертикаль рәүештә өҫкә йүнәлә[ 8] . Танау тишектарендә вибрисса[ 9] тиган йөндәр үҫә, артығыраҡ үҫеү менән, косметик маҡсаттарҙа, ҡайһы берәүҙәр, кәрәк булмаһа ла, уларҙы ҡырҡа йәки йолка[ 10] [ 11] .
Һауа танау ҡыуышлығында булғанға тиклем тәүҙә уның алдына инә. Рәшәткә һөйәге, күлтер һәм кимерсәктең вертикаль пластинкаһынан барлыҡҡа килгән танау бүлгеләре танау ҡыуышлығын ике өлөшкә бүлә. Тышҡы яҡтан танау симметриялы күренһә лә, күп кешеләрҙең танау бүлкеләре кәкрәйгән. Был еңелсә тайпылыу, баш һөйәге асимметрияһын сағылдырһа ла, норма тип һанала. Физиологик кәкрелекте танау бүлгеләренең йәрәхәтләнеүе, ауырыуҙары йәки үҫеш патологияһы арҡаһында паталогик кәкреклеге менән бутарға ярамай.
Танау ҡыуышлығының анатомияһы ҡатмарлы. Танау ҡыуышлығының дүрт бүлемен билдәләйҙәр: ситке (латераль), эске (медиаль), өҫкө һәм аҫҡы. Танауҙың иң ҡатмарлы төҙөлөшө ситке бүлемендә, ул бер нисә һөйәктән барлыҡҡа килә һәм танау ҡабығын йөрөтә. Һөйәк формаларынан танау һөйәктәренән, өҫкө яңаҡ һөйәгенән, йәш һөйәгенән, рәшәткә һөйәгенән, аҫҡы танау ҡабығы, аңҡау һөйәгенең вертикаль пластинкаһы һәм шына һымаҡ һөйәктең ҡабырға формалы үҫентеһе. Ситке бүлемендә ҡабыҡтар ярҙамында барлыҡҡа килгән өс буйға һуҙылған сығынтылар бар. Шуларҙың иң ҙуры — аҫҡы танау ҡабығы (үҙ аллы һөйәк), ә урта һәм өҫкө ҡабыҡтары — рәшәткә һөйәгенең үҫеүен күрһәтәләр.
Танау бүлгеләре менән танау ҡабығы араһындағы ара танауҙың дөйөм үтеү юлы тип атала. Бәләкәй балаларҙа танау үтеү юлы танау ҡабыҡтары менән сикләнгән. Танауҙың аҫҡы ҡабыҡтары танау ҡыуышлығы төбөнә тоташа. Тап шуның өсөн дә бәләкәй балаларҙа танау ҡыуышлығының лайлалы тышы бер аҙ шешеүе лә танау тын алыуын тулыһынса туҡтатыуға, имеҙеү ғәмәленең боҙолоуына килтерә[ 12] .
Танау ҡыуышлығының ситке өлөштәрендә өс танау ҡабыҡтарының өс танау үтеү юлы бар. Танауҙың аҫҡы үтеү юлы өҫтән танауҙың аҫҡы ҡабығы менән, аҫтан танау ҡыуышлығы төбө менән сикләнгән. Танауҙың аҫҡы үтеү юлында, ҡабыҡтың тышҡы осонан 10 мм алыҫлыҡта, танауҙың йәш канал тишеге бар. Танау япраҡтары, ҙур кимерсәктән тыш, танауҙың йәш каналы берләштерә, уларҙан түбәнге бүлектәр — танау тишектәре (танау тишектәре) барлыҡҡа килә.
> Иннервация һәм ҡан менән тәьмин итеү үҙенсәлектәре
Танауҙың тышҡы йөҙө, танау бүлгеләренең һәм ситке бүлемдәренең ҡан менән тәьмин ителеше һәм иннервацияһы
Антропологияла танауҙың әһәмиәте
Танауҙың төрҙәре һәм формалары
Танауҙың күләме һәм формаһы антропологияла кешенең ниндәй расаға ҡарауын, йәшен, затын, шәхсилеген билдәләүсе мөһим күрһәткес булып тора.
Танау формаһы һөйәк нигеҙенең дә, кимерсәктең дә, йомшаҡ туҡымаларҙың да төҙөлөшөнә бәйле. Һөйәк һөлдәһе өҫкө яңаҡ һөйәктәренең һәм танау һөйәктәренең маңлай үҫентеләре ярҙамында барлыҡҡа килә; кимерсәк һөлдәһе бер нисә кимерсәктән тора: танауҙың бүлгеһендәге парһыҙ кимерсәк йомшаҡ танауҙың һөйәкле бүлгеһен тулыландыра; был кимерсәктең аоғы яғы күп осраҡта танауҙың арҡаһының формаһын билдәләй. Ҡабырға бүлемдәрендә һөйәк нигеҙен тулыландырып, ситке кимерсәктәр ята; япраҡтар ҡалынлығында япраҡ кимерсәктәре урынлашҡан, танау япраҡтарында һәм ҡабырға бүлемдәрендә ҙур булмаған, дөрөҫ булмаған формалар өҫтәлмә һәм сәсә кимерсәктәр һалына. Танау формаһы уның айырым элементтарының формаһы менән билдәләнә: күсереү, арҡаһы, япраҡтар, остары һәм танау тишектәре.
Медицина һәм дөйөм әҙәбиәттә, шул иҫәптән нәфис әҙәбиәттә, арҡаһының ҡабырға яғына һәм япраҡтарының формаһына ҡарап танауҙарҙың бер нисә төрө киң таралған[ 13] [ 14] :
«Бөркөт танау [en] » («көмрө танау», «романов танау», «рим танауы») —артҡа ҡыуышлыҡ менән көмрө ҙур танау
«Ыласын танау» («ҡарсыға танау») — ҙурыраҡ ослораҡ «йәһүд танау [en] »(«шнобель») төрө булараҡ, аҫҡа табан осло көмрөһөҙ артҡа бормалы танау
«Грек танауы» («понтий танау») — сағыштырмаса ҙур, тура арҡаһы менән
«Африка танауы» («Нубия танау») — ҙур япраҡлы бик киң танау
«Кәкес танау» — остары күтәрелгән ҙур булмаған танау, арҡаһы бер аҙ ҡабарынҡы, танау тишектәренең яҫылығы горизонталь яҫылыҡ алдында өҫкә ҡарай ҙур булмаған мөйөш барлыҡҡа килтерә
«Ҡалҡып торған танау» — ҡапыл күтәрелгән осло танау, арҡаһы бер аҙ ҡауырһынлы, танау тишектәре горизонталь
Танау билгеһе
Топинар буйынса танауҙың 8 варианты
Раса диагностикаһын ҡуйыу өсөн танауҙың абсолют күләме (оҙонлоғо һәм киңлеге) генә түгел, уларҙың бер-береһенә ҡарата процент мөнәсәбәтен күрһәтә. Танау күрһәткесен (индекс) Пол Топинар Бенгалияла булған сағында herbert Hope Risley ярҙамында эшләй.
Танау билгеһе («назион» нөктәһенән оҙонлоғоноң киңлегенә ҡарата процент мөнәсәбәте) төркөмдәр буйынса 40-тан 110-ға тиклем етә, шәхси осраҡта ул тағы ла киңерәк. Танау күрһәткесе өсөн түбәндәге рубрикация алынған:
гиперлепториния — 40-55 (бик оҙон тар танау)
лепториния — 55-70 (тар ҡалҡыу танау)
мезориния — 70,0-85 (урта танау)
платириния — 85,0-99,9 (тәпәш киң танау)
гиперплатириния — 100-ҙән юғарыраҡ (ҡыҫҡартылған яҫы танау).
Лепториния йышыраҡ эскимостарҙа, европа төркөмөндә осрай; киң танаулылыҡ негрҙарға, малайзиялалырға, Африка пигмейҙарында, австралиялыларға, тасманиецтарға хас. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың танауҙары ирҙәрҙекенә ҡарағанда бәләкәй, әммә киңерәк була.
Танауҙың яраҡлашыуы һәм уның функциялары
Кешелә танауҙың төрлө күләмдәре һәм формалары тарихи эволюцион механизмдар арҡаһында барлыҡҡа килә, Ер7е урынлаштырыу Homo sapiens ваҡытында кешеләрҙе төрлө климат шарттарына яраҡлаштырыу кәрәклеге менән бәйле[ 15] . Тышҡы танау формаһының әһәмиәте, әммә эске танау формаһы менән бәйле[ 16] , үҙ сиратында, уның аша үткән һауа аэродинамикаһына йоғонто яһап[ 17] ,танау функционаллегенә йоғонто яһай.[ 18] .
Антропологик әҙәбиәттә танау билгеһенең климатҡа бәйлелеге билдәләнә: лепториния төрө һалҡын һәм ҡоро климатта, хамэриния — эҫе һәм дымлы климатта таралған. Ысынлап та, танау күрһәткесенең ер шары буйлап таралыу картаһы менән температура һәм дымлылыҡ картаһы араһында һиҙелерлек оҡшашлыҡтар бар.
Күрәһең, антропологик билдәләр барлыҡҡа килеү барышында танауҙың сағыштырма киңлеге ниндәйҙер адаптив әһәмиәткә эйә булған, танау һөйәгенең кешенең йөҙө төҙөлөшөндә ныҡ ҡалҡып тороуы уны башҡа приматтарҙан айырып, түбәндәге функцияларҙы башҡара:
һалҡын һауа ағымы танау ҡыуышлығында йылына һәм йылы һауаны һаҡлай, әгәр ҙә улай булмаһа был үҙ сиратында кешенең мейеһен һәм тамаҡ төбөнөң артыҡ һыуыныуына дусар булыр ине;
фильтр ролен үтәй — туҙан, микробтарҙы танауҙағы лайлалы тышы һәм йөндәр ярҙамында туҡтата;
тауыш резонаторы булып тора — тауыштың яңғырашы, шәхси тембры танауға бәйле;
бөтә хайуандарҙың танауҙары өсөн киң таралған функция — еҫте лайлалы тышында урынлашҡан һиҙеү күҙәнәктәре ярҙамында айырыу.
Танауҙың тышының ҙурлығы һәм ныҡ ҡалҡып тороуо сағыштырмаса бейек урындарҙа билдәле бер ҡиммәткә эйә булыуы ихтимал, сөнки һауаның ҡайһы бер һирәк осрауы танауҙың асылыуының ҙур майҙанын талап итә, ә түбән температура йылыныу камераһы булараҡ танау инеү урынының күләмен арттырыуҙы хуп күрә.
Һиҙеү системаһы
Кешенең һиҙеү системаһы рецептор күҙәнәктәренән тора, улар — цилиялы керпекле биполяр күҙәнәктәр һәм миелинизацияланмаған аксондар. Рецептор аксондары баш һөйәге нигеҙенә үтеп итеп һәм һиҙеү тамырына ингән нервыны барлыҡҡа килтергән. Һиҙеү күҙәнәктәре даими яңыртыла һәм 2 ай самаһы йәшәй[ 19] .
Лайлаға еҫле матдәләр эләкһә, был матдәләр ҡыҫҡа ваҡытҡа һиҙеү рецепторы булмаған аҡһымдар менән бәйләнә. Һиҙеү рецепторы керпектәргә барып етеп, матдәләр молекулалары уларҙа урынлашҡан һиҙеү рецептор аҡһымы менән үҙ-ара тәьҫир итешә, улар ГТФ-бәйләүсе аҡһым (G-аҡһым) әүҙемләштерә, ә был үҙ сиратында аденилатциклаз ферментын әүҙемләштерә, ул цАМФ-ты синтезлай. Рецептор күҙәнәктәре плазма мембранаһында цАМФ-тың цитоплазма концентрацияһы артыу менән натрий каналдары асыла. Һөҙөмтәлә деполяризация рецепторы потенциалы барлыҡҡа килә, ул рецептор аксонында импульслы разрядҡа килтерә[ 19] .
Һәр рецептор күҙәнәге үҙенә генә хас еҫле матдәләр спектрына физиологик тулҡынланыу менән яуап бирә ала. Был киң спектр күҙәнәктәргә еҫле матдәләр молекулаларының миллионлаған төрлө арауыҡ конфигурацияларына яуап бирергә мөмкинлек бирә. Һуңғы ваҡытҡа тиклем бер рецепторҙың һайланмалығы түбән булыуы унда һиҙеү рецептор аҡһымдарының күп төрҙәре булыуы менән бәйле тип иҫәпләнелә, әммә һуңғы ваҡытта асыҡланыуынса, һәр һиҙеү күҙәнәгендә мембрана рецептор аҡһымының бер генә төрө бар, ул төрлө арауыҡ конфигурацияларының еҫле молекулаларын бәйләй ала. Был еҫ тураһында мәғлүмәтте тапшырыуҙы һәм эшкәртеүҙе күпкә ябайлаштыра. Һәр рецепторҙа бер генә һиҙеү аҡһымы булыуы һәр һиҙеү күҙәнәгенең йөҙләгән һиҙеү аҡһым гендарының береһен генә сағылдырыуы һәм был ген эсендә тик әсәлек йәки атай аллелияһы ғына сағылыш табыуы менән бәйле. Ҡайһы бер еҫтәрҙе ҡабул итеү сигендәге айырма, моғайын, һиҙеү рецептор аҡһым генының сағылыш механизмдарындағы функциональ айырмаларға бәйле булыуы ихтимал[ 19] .
Электроольфактограмма
Һиҙеү эпителийы өҫтөнән электр ҡеүәтенең дөйөм күләме теркәлә, уны электроольфактограмма тип атайҙар. Бер нисә секундҡа һуҙылған һәм 10 мВ-ҡа тиклем амплитудалы бер фазалы кире тулҡын булып тора. Электроольфактограммала йыш ҡына төп кире тулҡын алдынан потенциалдың бер аҙ ыңғай тайпылыуын күрергә мөмкин. Тәьҫир итеү оҙайлығы етерлек булғанда, уны туҡтатыуҙа ҙур кире тулҡын теркәлә[ 19] .
Һиҙеү информацияһын кодлау
Стимулдың сифатына һәм көсөргәнешлегенә ҡарап, яңғыҙ рецепторҙар импульстарҙың йышлығын арттырыу юлы өсөн яуап бирә. Был бойондороҡлолоҡ тикшеренеүҙәр барышында микроэлектродтар ярҙамында асыҡланған. Һәр һиҙеү рецепторы күп кенә еҫле матдәләргә яуап бирә һәм уларҙың ҡайһы берҙәренә «өҫтөнлөк» бирә. Ғалимдар рецепторҙарҙың был үҙенсәлектәре еҫтәрҙе кодлауға һәм уларҙы һиҙеү сенсор системаһы үҙәктәрендә идентификациялауға нигеҙләнергә мөмкин тигән фекерҙә. Еҫ һиҙеүсе бүлбеләр электрофизиологик тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, төрлө еҫтәр булғанда еҫ һиҙеүсе бүлбегә ныҡ тәьҫирләнеү һәм ҡамасаулаған урындарында арауыҡ мозаикаһы үҙгәрә. Бәлки, был һиҙеү мәғлүмәтен кодлау ысулылыр.
[ 19] .
Һиҙеү системаһының үҙәк проекцияһы
Таламуста афферент ептәр ҡуҙғалмай һәм ҙур мейенең ҡапма-ҡаршы яғына сыҡмай, ә еҫ һиҙеүсе бүлбелә сыҡҡан һиҙеү тракты маңлайҙың төрлө өлөштәренә йүнәлтелгән бер нисә бәйләмәнән тора. Еҫ һиҙеүсе бүлбеләренең мейе өлөштәре менән бәйләнеше бер нисә күсереү аша башҡарыла, ә еҫте асыҡлау өсөн һиҙеү мейеһенең байтаҡ үҙәктәренең булыуы кәрәкмәй. Шуның өсөн һиҙеү тракты проекцияһын күҙаллаған нервы үҙәктәренең күбеһен һиҙеү сенсор системаһының башҡа сенсорлы системалар менән бәйләнешен тәьмин итеүсе ассоциатив үҙәктәр тип ҡарарға мөмкин. Ошо бәйләнеш нигеҙендә тәртиптең бер нисә ҡатмарлы формаһын ойоштороу тәьмин ителә. — аҙыҡ, яҡлаусы, енси һәм башҡалар.
Кешенең һиҙеү системаһының һиҙгерлеге
Кешенең һиҙеү системаһының һиҙгерлеге бик юғары, сөнки бер һиҙеү рецепторын еҫле матдәнең бер молекулаһы ҡуҙғата ала, ә аҙ һанлы рецепторҙарҙы ҡуҙғатыуы кеше һиҙгерлеге барлыҡҡа килеүенә килтерә. Матдәләрҙең көсөргәнешлелеген айырыу сиген кешеләр эттәр сигенән күпкә кәмерәк тип баһалай, был күрһәткестәр 3-6 тапҡырға күберәк. Һиҙеү системаһындағы адаптация һауа ағымының һиҙеү эпителийы өҫтөнән тиҙлегенә һәм еҫле матдәнең концентрацияһына бәйле.
Танау филогенезы
Танау мәҙәниәттә, кинола һәм әҙәбиәттә
Tilly Kettle [en] , май, 1772. «Dancing Girl» (индуска танауында балдаҡ менән)
Кәмһетеүле ым «Показать длинный нос [de] » («ҡолаҡ ҡаҡтырыу»)
Кешеләрҙең танауы ҡайһы бер эмоциональ торошоноң мимика сағылышында ҙур роль уйнай[ 20] .
Рус телендә танау менән бәйле әйтемдәр күп, ҡайһы берҙәре билдәле:
«Ҡыҙыҡһыныусан Варвара баҙарҙа танауын өҙөп алғандар» — артыҡ ҡыҙыҡһыныу, һорау алыу тураһында
«Танауҙан алыҫ күрмәҫкә» — ҡарарҙарҙа, ғәмәлдәрҙә күҙгә күренмәү, асыҡтан-асыҡ күрмәү тураһында
«Бармаҡ башындай» — бик әҙ әһәмиәтһеҙ һан
«Танау дәрәжә буйынса түгел (сөйөү)» — яралғы тураһында
«Танау менән ҡалыу» — алданырға, бер нәмәһеҙ ҡалырға
«Танауыңды күккә сөйһәң, танауың менән ҡалырһың» — яралғы тураһында
«Танау менән алып барыу» — алдашыу
"Танауын серәкәй ҙә ҡаҡшатмаҫ " — шул тиклем яҡшы башҡарылған эштәр тураһында, зарланыу өсөн бер нәмә лә юҡ
Әҙәби әҫәрҙәр, музыка һәм кино:
Н. В. Гоголь «Нос» (шулай уҡ ҡара: Нос (фильм)) — билдәле әҫәр, ниндәйҙер мәғәнәлә фантастик.
Рюноскэ Акутагава «Нос» — бик ҙур танаулы священник тураһында хикәйә.
М. Бахтин. Карнавальные образы носа // Творчество Франсуа Рабле и народная культура средневековья и Возрождения. М., 1990, с. 350—352
Г. Кабакова. Нос // Славянские древности. Т. 3. М., 2004, с. 435—436
Дмитрий Дмитриевич Шостакович — Нос операһы
Буратино, Пиноккио
Патологиялар һәм ауырыуҙар
Танау ауырыуҙарының түбәндәге төрҙәре бар:
Ринит (ҡаты тымау) — танауҙың лайлалы тышының шешеү синдромы. Йоғошло ринит төрлө микробтарҙан һәм вирустарҙан барлыҡҡа килгән; риниттың үҫешенә артыҡ ныҡ һыуытыу, көслө саңлылыҡ һәм газлы һауа булышлыҡ итә. Ринит — йыш ҡына башҡа ауырыуҙарҙың билдәһе (мәҫәлән, грипп, дифтерия, ҡыҙылса). Ринит йоғошло һәм йоғошһоҙға (вазомотор риниты) бүленә. Беренсе төрөнә ҡаты ринит, хроник ринит, хроник катараль ринит, хроник гипертрофик ринит һәм атрофик ринит инә. Икенсе төрөнә нейровегетатив ринит һәм аллергик ринит инә.
Танау бүлгеһенең гематомаһы — танау бүлгеһенең лайлалы тышында барлыҡҡа килгән гематома ҡан һауыуы. Киләсәктә, гематома йоҡторғанда, абсцесс барлыҡҡа килеүе ихтимал. Танау бүлгеһендә гематома үҫешенең сәбәбе булып йыш ҡына йәрәхәтләнеү тора. Танау тын алыуында киҫкен ҡыйынлыҡ; танау бүлгеһендәге абсцессаның үҫеше менән — тән температураһының күтәрелеүе, баш ауыртыуы. Алғы риноскопия ваҡытында йомшаҡ муҡсаға оҡшаш сағыу ҡыҙыл төҫтәге бүлтәйеүҙәр күренә. Танау бүлгеһенең кимерсәтәренең эренләүе танауҙың артҡы өлөшөнә төшөүе билдәләнә. Гематоманан дауалағанда ҡанды һурып алыу һәм танауҙа тампонаданы тығыҙлау башҡарыла, абсцессты дауалауҙа уны киң асыу һәм танау ҡыуышлығы тампонадаһы, антибиотик терапия үткәрелә; танау арҡаһының тҡпкә батыуы хирургик юл менән төҙәтелә (пластик хирургия — кимерсәктәрҙе күсереп ултыртыу һ.б.)
Танауҙан ҡан ағыуы (эпистаксис) — танау ҡыуышлығынан ҡан ағыу, ғәҙәттә, танау тишектәре аша ҡан бөткәндә күренергә мөмкин. Танауҙан ҡан ағыуҙың ике төрө бар: алғы (йышыраҡ) һәм артҡы (һирәгерәк, әммә табиптың иғтибарын күберәк талап итә). Ҡайһы берҙә ауырыраҡ осраҡтарҙа танауҙың йәш каналы аша ҡан күтәрелеүе һәм күҙ соҡоро аша ағып сығыуы мөмкин. Ашҡаҙанға яңы һәм кире әйләнеп ҡайтҡан ҡан ағып төшөүе лә мөмкин, был күңел болғаныуына һәм ҡоҫоуға килтерә. Танауҙан ҡан ағыуы һирәк кенә үлемесле; шулай итеп, 1999 йылда АҠШ-та эпистаксиянан 2,4 миллион үлем осрағынан 4 үлем осрағы теркәлгән[ 21] . Бәлки, танау ҡанауҙан иң билдәле үлем Аттиланың үлемелер, ул үҙенең туйының шау-шыулы байрамынан һуң йоҡлаған сағында үҙенең ҡанына сәсәй[ 22] .
Синусит — бер йәки бер нисә лайла менән ҡапланған эйәрсән ҡыуышлығының шешеүе, ҡаты һалҡын тейҙереү, грипп, ҡыҙылса, скарлатина һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙың ҡатмарлашыуы булараҡ барлыҡҡа килә.
Гайморит — өҫкө яңаҡ һөйәгенең шешеүе, ҡаты ринит, грипп, ҡыҙылса, скарлатина һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙың ҡатмарлашыуы булараҡ барлыҡҡа килә. Эйәрсән танау ҡыуышлыҡтары танау ҡыуышлығы менән хәбәр иткән ваҡ мәмерйәләр рәүешендә формалаша. Гаймориттың төп сәбәбе булып инфекция тора — бактериялар йәки вирустар танау ҡыуышлығы аша, ҡан аша, гайморит ҡыуышлығына үтеп инә, ә йышыраҡ өҫкө тештәрҙең периапик урындарында патологик барыштары арҡаһында шешеү барышын тыуҙыра.
Этмоидит — рәшәткә лабиринты күҙәнәктәренең шешеүе. Һөйәк стеналары зарарланыусы ныҡ этмоидит башлыса скарлатина менән күҙәтелә. Лайлалы тышының шешеүе арҡаһында ситкә сығыуҙың уңайһыҙ шарттары эмпиеманың барлыҡҡа килеүенә килтереүе мөмкин. Этмоидит, ҡағиҙә булараҡ, гайморит һәм маңлай ҡыуышлыҡтарының зарарланыуы менән бер үк ваҡытта, ә артҡылары — шына һымаҡ ҡыуышлыҡтар шешеүе менән барлыҡҡа килә. Эрен тығындарының ҡатмарлығының шешеү барышы күҙ соҡороноң күҙәнәкле туҡымаһына таралыуы мөмкин. Бындай осраҡтарҙа күҙ ҡабағы шешә, ә күҙ алмаһы тышҡы яҡҡа ауыша (алғы рәшәткә күҙәнәктәре эмпиемаһы) йәки тышҡа табан сығып тора һәм ауыша (артҡы артҡы рәшәткә күҙәнәктәре эмпиемаһы).
Сфеноидит — шына формаһындағы ҡыуышлыҡтың шешеүе, һирәк осрай һәм ғәҙәттә рәшәткә лабиринтынан артҡы күҙәнәктәренең шешеү барышы таралыуы менән бәйле. Баш ауыртыуы йышыраҡ түбә һөйәгендә, баш тәрәнлегендә һәм елкәлә, күҙ соҡоронда тарала. Хроник зарарланыуҙар ваҡытында түбә һөйәгендә ауыртыу һиҙелә, ә ҙур үлсәмле ҡыуышлыҡтар булһа баштың артҡы яғына таралыуы ла мөмкин. Бер яҡлы сфеноидит ваҡытында бер яҡлы ситке фарингит күҙәтелә. Ҡайһы берҙә ауырыуҙар күреү һәләтенең тиҙ кәмеүенә зарлана, был күреү нервыларының кисеү процесына йәлеп итеү менән бәйле. Хроник сфеноидит еңел симптомдар менән дә барлыҡҡа килеүе мөмкин. Сфеноидит диагнозын ҡуйыуҙа рентген тикшереүе ҙур әһәмиәткә эйә.
Фронтит — маңлаә ҡыуышлығының шешеүе. Сәбәптәре гайморит ҡыуышлығының шешеүе менән бер үк. Башҡа өҫтәлмә ҡыуышлыҡтарҙың шешеүенә ҡарағанда күпкә ауырыраҡ. Урта ҡабыҡтың гипертрофияһы, танау бүлемдәренең кәкреклеге арҡаһында маңлай ҡыуышлығының дренажлауы булмауы киҫкен фронтиттың хроник формаға күсеүенә булышлыҡ итә. Бигерәк тә иртән маңлай эргәһендәге ауыртыуҙары менән айырылып тора. Йыш ҡына түҙә алмаҫлыҡ ауыртыу невралогик характерға эйә була. Ауыр осраҡтарҙа күҙ ауыртыуы, күҙ сағылыу һәм еҫ һиҙеү һәләте кәмей. Ҡыуышлыҡты бушатҡандан һуң баш ауыртыуы баҫыла һәм тығындар ауыр булған һайын яңынан тергеҙелә. Киҫкен грипп фронтитында тән температураһы күтәрелә, ҡайһы берҙә ҡыуышлыҡтар өҫтөндәге тире төҫө үҙгәрә, маңлайында һәм өҫкө күҙ ҡабағында ҡабарғанлыҡ һәм шешенеү күҙәтелә, был урындағы ҡан әйләнеше боҙолоу эҙемтәһе булып тора (коллатераль шешенеү). Ҡайһы берҙә шешеү барышы һөйәк ярыһына һәм һөйәктең некрозына һәм секвестрҙар,ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килеүе менән күсә. Ҡыуышлыҡтың артҡы стенаһы некрозы, ваҡытында экстрадураль абсцессы, баш мейеһе абсцессы йәки менингит барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Танау бүлгеләренең кәкрелеге — бүлгенең урта һыҙыҡтан ике йәки бер йүнәлештә тайпылыуы. Танауҙың бер йәки ике үткәүеле аша тын алыуы ҡыйынлығы, йәки булмауы менән сағыла. Эйәрсән ҡыуышлыҡтарҙың тығындарының сығыуын ҡатмарлаштырыу, һулыш алыу системаһында шешеү һәм аллергик ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү тенденцияһын арттыра.
Танау бүлгеһенең абсцессаһы
Танауҙың сит кәүҙәләре
Танауҙың яныуы һәм һыуыҡ булыуы
Полипоз риниты
Танауҙың полибы
Танау йәрәхәттәре
Танау һөйәктәренең һыныуы
Танауҙың фурункулы
Аңҡауҙы зарарһыҙландырыу
Танау бүлгеһенең перфорацияһы
Эйәр формаһындағы танау - танауҙың һөйәк һәм кимерсәк һөлдәһе зарарланғанда тыумыштан килгән сифилис, полихондрит, гранулематоз менән полиангиит, лепра ауырыуы һәм башҡа сирҙәр менән осрашырға мөмкин.
Риноскоп — танау тишеге һәм танау ҡыуышлығын тикшереү өсөн медицина көҙгөһө
Ринофима
Йондоҙға оҡшаш невус
Архиния - танауҙың тышында тыумыштан барлыҡҡа килгән үҫеш етешһеҙлеге
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмә
↑ Биологи объяснили острое чутье и мокрый нос собак // Статья от 03.03.2020 г. «Российская газета>». Л. Ионова.
↑ На носу // «Популярная механика ».
↑ В Китае создали систему распознавания собак по отпечатку носа // «ТАСС».
↑ В Китае начали выдавать цифровые паспорта для собак с отпечатками носа. Это помогает отыскать животное в случае пропажи // «Ferra.ru ».
↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Romer, Alfred Sherwood; Parsons, Thomas S. The Vertebrate Body. — Philadelphia, PA: Holt-Saunders International, 1977. — С. 453—458. — ISBN 0-03-910284-X .
↑ Синельников Р. Д. , Синельников Я. Р. , Синельников А. Я. Атлас анатомии человека. Том 1: Учение о костях, соединении костей и мышцах / Изд. 7-е, перераб. В 4-х томах // М.: Новая волна, 2009. — 344 с. ISBN 978-5-7864-0199-9 . С. 238—241.
↑ Сапин М. Р. , Никитюк Д. Б. , Ревазов В. С. Анатомия человека / В 2-х томах, том 1. Изд. 5-е, перераб. и доп. // М.: Медицина, 2001. — 640 с., ил. ISBN 5-225-04585-5 . С. 348—358.
↑ Анатомия человека / Изд. 9-е, переаб. и доп., под ред. Привес М. Г. // М.: Медицина, 1985. — 672 с. (С. 302).
↑ Синельников Р. Д. , Синельников Я. Р. , Синельников А. Я. Атлас анатомии человека. Том 4: Учение о нервной системе и органах чувств / Изд. 7-е, перераб. В 4-х томах // М.: Новая волна, 2010. — 312 с. ISBN 978-5-7864-0202-6 . С. 292.
↑ Названа опасность выщипывания волос в носу // Статья от 22.07.2019 г. «Экспресс-Новости». А. Алексеенко.
↑ Зачем нужны волосы в носу и стоит ли их удалять // Статья от 30.07.2020 г. «Maxim ». П. Шляпников.
↑ Вишняков В.В. Оториноларингология. — ГЭОТАР-Медиа. — 2014. — 328 с. — ISBN ISBN 978-5-9704-3013-2 .
↑ Ибрагимова Х. С. Исследования по фразеологии отдельных языков / Статья в сборнике Труды, том 277 // Самаркандский государственный университет имени Алишера Навои , 1976.
↑ Eden Warwick . Nasology: or, hints towards a classification of noses // Лондон: Richard Bentley [en] , 1848. — 263 с., ил.
↑ Буратино в Африке не выжить. Климат диктует форму носа // Статья от 20.06.2017 г. «Российская газета » (федеральный выпуск), № 133 (7299). Ю. Медведев.
↑ Гайворонский И. В. , Гайворонский А. В., Неронов Р. В., Гайворонский А. И. Краниометрические особенности полости носа и внутриносовых структур взрослого человека при различной форме носа / Научная статья, УДК 61 // СПб: СПбГУ, 2010. «Вестник СПбГУ», том 11, выпуск 1, ISSN 1818—2009. С. 113—117.
↑ Неронов Р. В., Лукьянов Г. Н., Рассадина А. А., Воронин А. А., Малышев А. Г. Влияние формы полости носа на распределение воздушных потоков при вдохе / Научная статья, doi: 10.18692/1810-4800-2017-1-83-94. // СПб.: научно-практический журнал «Российская оториноларингология», 2017. № 1 (86). ISSN 1810-4800. С. 83-94.
↑ Пискунов Г. З. Физиология и патофизиология носа и околоносовых пазух / Научная статья, doi: 10.17116/rosrino201725351-57 // М.: журнал «Российская ринология», 2017. № 25 (3). ISSN 0869-5474. С. 51-57.
↑ 19,0 19,1 19,2 19,3 19,4 Обонятельная система // Физиология человека / под редакцией В.М.Покровского, Г.Ф.Коротько. — Медицина, 2007. — 656 с. — (Учебная литература для студентов медицинских вузов). — 10,000 экз. — ISBN 5-225-04729-7 .
↑ Проскурнич О. Д. Концептуализация мимики носа в языке / Научная статья, УДК 81.42. Тамбовский государственный университет им. Г. Р. Державина // Журнал «Неофилология», 2017. Т. 3, № 4 (12). ISSN 2587-6953. С. 24-29.
↑ http://www.cdc.gov/nchs/data/statab/vs00199wktbli.pdf Page 1922
↑ Иордан, «Гетика», 254—258
Әҙәбиәт
Һылтанмалар