Type a search term to find related articles by LIMS subject matter experts gathered from the most trusted and dynamic collaboration tools in the laboratory informatics industry.
Рок | |
Нигеҙләү датаһы | 1948 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | рок |
Ил |
Бөйөк Британия Америка Ҡушма Штаттары |
Һештег | Rock |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 108 332 |
Рок Викимилектә |
Рок (ингл. Rock) — заманса музыка стиле. Рок-музыка электр музыка ҡоралдарында (электр гитараларҙа, синтезаторҙа) уйнала. Рок XX быуаттың уртаhында барлыҡҡа килә. Рок һүҙе (инглиз телендә «һелкенеү», «тирбәлеү», «бәүелеү») был осраҡта roll, twist, swing, shake кеүек ритмик хистәргә бәйле музыкаль йүнәлеште аңлата. Электромузыка инструменттарын ҡуллыныу, ижадта үҙ әҫәрҙәреңде ҡуллыныу кеүек билдәләре икенсел булып тора һәм яңылышлыҡҡа килтерә. Роктың ҡайһы бер музыка стилдәре бәхәсле.
Хиппи, панк, металлистың, гот, эмо, индирокер, ска кеүек субкультура күренештәре рок-музыка менән ныҡлы бәйләнгән.
Рок-музыканың йүнәлештәре бик күп: "еңел" бейеү рон-н-роллынан (рок-н-ролл да рок йүнәлеше), поп-рок, брит-поп, бруталь һәм агрессив жанрҙар - дэт-метал һәм грайндкорға тиклем. Йырҙарҙың еңел һәм ирекле йөкмәткеленән алып, тирән ҡәтғи фәлсәфәи йөкмәткегә тиклем үҙгәрә. Рок музыканы йыш ҡына "поп музкаға" йәғни "попса" ҡаршы ҡуялар.
"Музыкаль экспрессия" тураһында айырым әйтергә була. Рок музыка башҡа жанрҙар менән сағыштырғанда көслө тауыш ҡуллана (төрлө сығанаҡтар буйынса 110 — 155 дБ). Был рок музыканың үҙенсәлеге, хатта ҙур симфоник оркестрҙың тауышыла 85 дБ менән сикләнә һәм һирәк осраҡта 115 дБ-ға етә. Электоакустик тауыш ҡулланған музыкаль йүнәлештәр генә "конкуренция" була ала[1][2][3][4]. Рок-музыка блюздан башланған. Рок-н-рол һәм рокбилл иң беренсе жанрҙар булып тора. Рок-музыка баштараҡ, фолк, кантри, скиффл, мюзик-холл кеүек фольлор һәм эстрада музыкаһы менән тығыҙ бәйләнештә була. Рок-музыка барлыҡҡа килгәс уны төрлө музыка жанрҙары менән бәйләргә тырышып ҡарайҙар. 60 йылдар аҙағында академик музыка менән ҡушылған симфо-метал, 60 йылдар башында джаз-рок барлыҡҡа килә, 60 йылдар аҙағында латин музыкаһы менән берлектә латин-рок, һинд музкаһы менә берлектә кага-рок барлыҡҡа килә.
60-70 йылдарҙа рок-музыканың барлыҡ иң билдәле жанрҙары барлыҡҡа килә. Өҫтә телгә алынғандарынан башҡа хард-рок, панк-рок, рок-авангард кеүек йүнәлештәр. 70 йылдар аҙағанда 80 йылдар башында постпанк, яңы тулҡын, альтернатив рок, хардрок, дэт-метал кеүек яңы жанрҙар барлыҡҡа килә. 90 йылдарҙа иһә гранж, брит-поп, альтернатив метал кеүек жанрҙар билдәлелек яулай.
АҠШ, Көнбайыш Европа (айырыуса Бөйөк Британия) — рок музыканың үҙәктәре булып тора. Текстар башта инглиз телендә була, һуңғараҡ башҡа телдәрҙә лә рок башҡарыла. Рус рогы СССР-ҙа 60—70 йылдарҙа барлыҡҡа килә һәм 90-сы йылдарға тиклем үҫешә.
Рок музыка жанрының (музыка жанрҙарының башҡа төрҙәре — халыҡ музыкаһы, академик музыка, джаз һәм башҡалар) бер төрлө. Шунан сығып рок музыкаһы теорияһын уның музыкаль айырмалыҡтары һәм сифатын музыка жанры булараҡ өйрәнергә кәрәк.
Рок музыкаһын, ғәҙәттә рок-төркөм башҡара. Рок-төркөм вокалистан (ҡағиҙә булараҡ ул электрогитарала ла уйнай), бас-гитаристан, барабансынан һәм клавишниктан тора. Бас-гитара, ритм-гитара, һуҡма инструменттар — ритм-секцияны тәшкил итә. Шул аҡ ваҡытта рок-композицияларҙа башҡа төрлө музыка инструменттарын ҡулланыу осрағы ла билдәле.
Үҙгәрешһеҙ ритм — рок музыканы айырып торған сифаты. Шулай ҙа 60 йылдар башында уҡ ҡатмарлы төҙөлөшлө һәм ритмлы рок композициялары барлыҡҡа килә. Электрогитара — соло интрумент булып тора, шулай уҡ клавишалы инструменттар соло булыуы мөкин. Барлыҡ рок төркөмдәрҙә лә вокалист бар. Рок музыкаһы үҫеш дәүерендә блюз менән гармонияла булһа, хәҙер күпселек йүнәлештәрҙең уның менән дөйөм һыҙаттары юҡ.
Рок музыкаһы — музканың айырым бер жанры ғына түгел, ХХ быуатта үҙенеү субкультураһын булдырған айырым бер социо-мәҙәни феномен. Был төшөнсә менән күпселек эксперттар килешә.
Рок — бер яҡтан дөйөм ҡабул ителгән нармаларға ҡаршы конфликт, ҡапма-ҡаршы кәйефте емерә тоған йәштәр рупоры. Икенсе яҡтан — күңел асыу индустрияһын файҙаланып коммерция килеменә йүнәлтелгән шоу-бизнес ҡоралы. Ошо ике төрлөлөк жанрҙа ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙыра һәм "күтәрмәле" үҫеүенә килтерә. Ысынында иһә роктың тарихы оҡшаш циклдар аша үтә. Һәр цикл бунт, протест, яңы стилдәр һәм сәнғәт байлыҡтары барлыҡҡа килеү, яңы төркөмдәр һәм башҡарыусылар барлыҡҡа килеү кеүек этаптарҙан тора. Ә артабан даими «эйәләштереү», «коммерциялаштырыу», ябайлаштырыу һәм икенсел рок төркөмдәр төҙөү этабы.
Рок музыкаһы үҙ-үҙеңде тотоу һәм тормош ҡиммәттәре, үҙенә күрә айырым фәлсәфә кеүек «рок-н-ролл йәшәү рәүеше» мәҙәни феноменын тыуҙыра. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төрлө ағымдарҙа барлыҡҡа килгән субкультураларҙың уртаҡлағы юҡ. Рок-музыкһы сағыштырмаса ҙур мауыҡтарғыс энергияға (драйвҡа) эйә. Ул шәхесте йәмғиәттәге тотороҡло принциптарҙан, стереотиптарҙан, тирә-яҡтағы ысынбарлыҡтан азат итә[5].
Рок музыкаһы блюз, ритм-энд-блюз, буги-вуги, кантри, госпел музыкаһы һыҙаттарын үҙләштереп рок-н-ролл жанрынан барлыҡҡа килә. Роберт Джонсон, Лидбелли, Мадди Уотерс кеүек блюз башҡарыусылар рок-н-ролл үҫешенә булышлыҡ итәләр. «Рок-н-ролл» бейергә саҡытыусы 40-сы йылдарҙағы госпел йырҙарынан барлыҡҡа килә. Беренсе йырҙы («Good Rockin’ Tonight») Рой Браун башҡара.1949 йылда Уайлд Билл Мур башҡарыуында «Rock And Roll» йыры сыға.
Беренсе булып рок-н-роллды америкалылыр башҡара, тик иң беренсе ниндәй йыр йәки пластинка булғанын билдәләү мөмкин түгел. 1950-се йылдарҙа сыҡҡан «Fat Man» Фэтс Домино минглдары булыуы мөмкин. Башҡа фараздар буйынса 1951 йылда яҙылған «Rocket 88» (Jackie Brenston and his Delta Cats) беренсе рок-н-ролл булып тора.
Фэтс Домино, Бо Диддли һәм Чак Берри — рок-н-роллды тулы жанр итергә нигеҙ һалған башҡарыусылар.
Чак Берри музыка менән 1953 йылда шөғөлләнә башлай, ә 1955 йылда беренсе синглын яҙа. Чак Берри йырҙың текстында, гитара уйнауҙы рок стилен һала. Рок-н-ролл стилендә башҡа башҡарыусы булараҡ афроамерикалы Литтл Ричардты билдәләп үтергә була. Ул «гараж рогы»н һәм протопанкты формалаштыра, уның йырлауы һәм пианинола уйнауы, конкуренттарға ҡарағанда, агрессив һәм ныҡышмалыраҡ була.
Тәүҙәрек рок-н-ролл афроамерикалылар аудидорияһына йүнәлтергән махсус музыка кеүек ҡабул ителә. Рок-н-роллды башҡарыусы аҡ тәнле артистар ҙа табыла. Билл Хейли башҡарыуында «Rock Around the Clock» композицияһы был өлкәлә емергес көскә эйә була.
Әммә «рок-н-ролл короле» титулын башҡа аҡ тәнле башҡарыусы — Элвис Пресли яулай. Ул үҙенең йырҙарын ҡара тәнле артистар менән бер кимәлдә яҙҙыра. Диджейҙар уның йырҙарын эфирға ҡуйғанда аудиторияна махсус рәүештә иҫкәрткәндәр — был йырҙы аҡ тәнле артист башҡара.
Рок-н-роллдың тағы ла бер танылған аҡ тәнле башҡарыусыһы Джерри Ли Льюис була, ул пианинола уйнау һәм башҡару манераһы өсөн «Killer» ҡушаматын ала. Һуңыраҡ рок-н-ролдың Бадди Холли һәм Everly Brothers исемдәре менән бәйле йомшағыраҡ формалары барлыҡҡа килә.