Type a search term to find related articles by LIMS subject matter experts gathered from the most trusted and dynamic collaboration tools in the laboratory informatics industry.
Ниғәмәт | |
Ниғәмәт | |
Рәсми атамаһы | Ниғәмәт |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Ниғәмәт ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ниғәмәт ауыл советы |
Халыҡ һаны |
909 кеше (2002)[2], 906 кеше (2009)[2], 838 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453657 |
Ниғәмәт (рус. Нигаматово; икенсе атамаһы Үрнәк) — Башҡортостан Республикаһындың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 906 кеше булған[4]. Почта индексы — 453657, ОКАТО коды — 80206840001.
1847 йылда 1-се Моҡас ауылынан 15 ғаилә күсеп килеп, яңы ауылға нигеҙ һала. Беренсе күсенеүсе Ниғмәтулла Килдәкәев (уның улдары — Өмөтҡужа, Толомғужа, Мөхәмәтйән (улы Вәлит), мөхәмәт сәлим (улы Әхмәтшәриф), Мөхәмәтсафа, Мөхәмәтсаиф, Ғариф) хөрмәтенә Ниғәмәт исемен йөрөтә. Бер аҙ һуғыраҡ Ниғәмәтулланың ағаһы Хоҙайнаҙар үҙенең балалары менән (Утарбай, Сабит, Хөсәй, Шаһбал, Ғабдрахман) килеп төпләнә[5]. Моҡас ауылында Килдекәй Ҡаҙерғолов йәшәгән (1766 йылғы), Ниғәмәтулла Килдекәев уның улы (1791 йылғы)[6].
Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, һунар һәм умартасылыҡ меннән шөғөлләнә. 1850 йылда 15 йортта 50 ир-ат һәм 40 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылда — 38 йортта 206 кеше йәшәгән[6].
1926 йылда бында «Ҡыҙыл ҡарағай» колхозы ойошторола, 1931—1934 йылдарҙа — Сталин исемендәге колхоз, 1934—1960 йылдарҙа — «Үрнәк», 1960—1964 йылдарҙа — «Ҡыҙыл маяҡ», 1964 йылдан алып — Салауат исемендәге колхоз[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 838 | 405 | 433 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.