Informatics Educational Institutions & Programs

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хажи (ғәр. حَاج‎ — «паломник»‎; рус. Хаджи́) — Мәккәгә барып хаж йолаһын уңышлы үтәгән мосолманға бирелгән дәрәжәле исем[1]. Дәрәжә, ғәҙәттә, исем алдынан ҡушып әйтелә (мәҫәлән, Хажи Морат, Хажи-Рамаҙан), шул уҡ ваҡытта исемдән һуң әйтелгән осраҡтар ҙа була (Әхмәт хажи, Мөхәммәт хажи). Ваҡыт үтеү менән исемдәргә һәм фамилияларға ла инеп киткән (мәҫәлән, Хажиәхмәт, Хаж(и)ғәле, Хажибәк). Хаж ҡылған ҡатын-ҡыҙҙарҙы хажжә тип атайҙар(ғәр. حاجة‎)[2].

Ғәрәп илдәрендә оло йәштәге кешегә ҡарата, был кешенең хажға барыу-бармауына ҡарамаҫтан, хажи һәм хажжә тип өндәшеү ихтирамлы мөнәсәбәт күренеше булып тора. Ҡасандыр Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында булған Балҡан илдәрендә Иерусалимға һәм Изге ерҙәргә барған христиандарҙы ла «хажи» термины менән йөрөтәләр[3].

Ҡыҙыҡлы факттар

Ираҡ һуғышы ваҡытында Америка һалдаттары, вьетнамдарға ҡарата «Чарли» һәм «Виктор Чарли» һүҙҙәрен ҡулланған ише, «хажи» һүҙен ираҡ баш күтәреүселәрен һәм төп ғәрәп халҡын билдәләү өсөн ҡулланған[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Malise Ruthven. Islam: A very short introduction (инг.). — Oxford University Press, 1997. — P. 147. — ISBN 978-0-19-285389-9.
  2. Guide to going to Mecca. BBC. Дата обращения: 8 декабрь 2008. Архивировано 13 март 2013 года.
  3. Jerusalem and Ancient Temples (in Greek). apologitis.com. Дата обращения: 4 май 2010. Архивировано 4 февраль 2013 года.
  4. Herbert, Bob. From 'Gook' to 'Raghead', The New York Times (2 май 2005). 1 октябрь 2017 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. Хаж юлъяҙмалары. Шиғырҙар. — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)