Histopathology image classification: Highlighting the gap between manual analysis and AI automation
Йөкмәткеһе
Уҡыу көйләүҙәре
16 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 июль Викимилектә |
16 июль — григориан стиле буйынса йылдың 197-се (кәбисә йылында 198-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 168 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Украина: Бухгалтерҙар көнө.
- 1909: Германияла «Audi» компанияһы ойошторола.
- 1920: Рәсәй Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән персональ пенсиялар булдырыла.
тулы исемлек
- 1925: СССР-ҙың Хеҙмәт һәм Оброна Советы Рыбинскиҙа авиация двигателдәре заводы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә, хәҙер ул — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе.
- 1990: Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Азиев Камил Ғәле улы (1930—9.01.1999), ғалим-агроном, 1957—1999 йылдарҙа Себер ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты (Омск ҡалаһы) хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1981 йылдан — генераль директорҙың селекция эше буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта 1973 йылдан башлап селекция үҙәге етәксеһе. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1990), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1988), профессор (1992). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980).
- Чумакова Юлия Петровна (1930—20.12.2000), ғалим-тел белгесе. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1975 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1994), профессор (1997). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Спасские Выселки ауылынан.
тулы исемлек
- Петров Пётр Петрович (1950—14.04.2012), архитектор. 1973 йылдан «Башгипросельхозстрой» институты хеҙмәткәре, 1975—2002 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) «Башнефтепроект» институтының архитектура төҙөлөш бүлеге архитекторы, төп архитекторы, баш архитекторы, 2005 йылдан проекттарҙың баш архитекторы, бер үк ваҡытта 2003—2005 йылдарҙа «Башкиргражданпроект» институтының архитектура оҫтаханаһы етәксеһе. 1979 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1997). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Сидоркино ауылынан.
- Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы (1955—1.12.2009), инженер, хужалыҡ эшмәкәре. «Баштрансгаз» йәмғиәтенең элекке генераль директоры урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге хөкүмәт премияһы лауреаты (2003). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы (1960), ғалим-хәрби табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1984 йылдан СССР Ҡораллы Көстәрендә яуаплы вазифаларҙа, 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан —кафедра начальнигы, 2010 йылдан — мобилизацион әҙерлек һәм катастрофалар медицинаһы кафедраһы мөдире. Медицина хеҙмәте полковнигы (2000). Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Уръяҙы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дунаев Андрей Павлович (1931—1996), мәғариф хеҙмәткәре. 1949 йылдан Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылдан Нөгөш һигеҙ йыллыҡ, 1974—1995 йылдарҙа Ҡарлыхан урта мәктәбе директоры. РСФСР уҡытыусылары съезы делегаты (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987). Сығышы менән ошо райондың Нөгөш ауылынан.
- Карамова Ирина Марсил ҡыҙы (1961), ғалим-кардиолог. 1984 йылдан Республика кардиология диспансеры табибы, 2000 йылдан баш табип урынбаҫары, 2004 йылдан — баш табип; 2012 йылдан Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы; бер үк ваҡытта 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2015), медицина фәндәре докторы (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006).
тулы исемлек
- Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы (1971), бейеүсе. 1997—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленың балет артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Миркин Борис Михайлович (1937—9.08.2017), ғалим-фитоценолог, агроэколог. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1986 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1970 йылдан Биология институтының геоботаника лабораторияһы мөдире, 2006 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), биология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
- Нураев Таһир Шәриф улы (1947), ғалим-нефтсе, спортсы. 1975 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы. 1984 йылдан Төмән өлкәһе Ноябрьск ҡалаһындағы быраулау экспедицияһының быраулаусы ярҙамсыһы, 1988 йылдан Пурпей быраулау эштәре идаралығының баш инженеры, 2008—2012 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһындағы «Меррико» йәмғиәтенең Быраулау иретмәләре сервисының техник директоры. Техник фәндәр кандидаты (1979). Саңғыла уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967).
тулы исемлек
- Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы (1952—12.07.2020), рәссам. 1988—2002 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы, 1990—1993 йылдарҙа «Һары бейә» художество төркөмө, 2002 йылдан — «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
- Беглов Владислав Иванович (1957), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-акушер-гинеколог, йәмәғәтсе. 1981 йылдан Салауат ҡалаһының Перинаталь үҙәге табибы, 1991 йылдан — баш табибы; 2015 йылдан ҡала дауаханыһының баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Нордовка ауылынан.
- Лисовская Наталья Венедиктовна (1962), спортсы, йәҙрә ташлаусы. Олимпия чемпионы һәм өс тапҡыр донъя чемпионы, 1987 йылдан алып ғәмәлдәге донъя рекордсмены (22,63 м). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1984. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әләгәҙ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғибәҙуллин Зәкәрейә Рәфғәт улы (1958), инженер-ғалим, шахтер, йәмәғәтсе. 2012 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, 2019 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се (2013—2018) һәм 6-сы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәйҙең (2017) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған шахтёры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Кәртәле ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ниғмәтуллин Рамаҙан Муллағәле улы (1924—19.02.2002), хеҙмәт алдынғыһы, 1951—1979 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың почётлы таусыһы (1979).
- Калабугин Василий Николаевич (1939), хеҙмәт ветераны. 1963—1999 йылдарҙа Салауатбыяла йәмғиәте токаре. II һәм III дәрәжә Хеҙмәт даны ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Искәндәров Рәшит Хөсәйен улы (1959), ғалим-офтальмолог, 1998 йылдан «РИА Медоптик» офтальмология үҙәге директоры. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылынан.
- Хәмитов Әмир Айытҡол улы (1959), ғалим-хирург. Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Баймаҡ районынан.
Дөйөм исемлек
- 1795: Екатерина Ивелич, Рәсәй империяһы шағиры, эпиграммалар авторы.
- 1860: Отто Есперсен, Дания тел белгесе, грамматика философияһын төҙөүсе.
тулы исемлек
- 1885: Николай Коновалов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1934).
- 1900: Филипп Голиков, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы.
- 1910: Александр Аникст, СССР-ҙың әҙәбиәт һәм театр белгесе, сәнғәт фәндәре докторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).
- 1928: Андрей Дементьев, СССР шағиры, популяр йыр текстары авторы.
- 1937: Роговцева Ада Николаевна, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1950: Валерий Максименко, СССР һәм Рәсәйҙең космонавт-һынаусыһы.
- 1953: Павел Глоба, СССР астрологы.
- 1990: Михаил Матусовский, СССР шағиры, популяр йыр текстары авторы («Подмосковные вечера», «Школьный вальс»).
- 1990: Валентин Пикуль, СССР яҙыусыһы, популяр тарихи романдар авторы.
- 1992: Татьяна Пельтцер, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы, 1951 йылғы Дәүләт премияһы лауреаты.
- 2007: Михаил Кононов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2000) артисы.