FAIR and interactive data graphics from a scientific knowledge graph

Аргонавтар йыйыны (?), ваза рәссамы Ниобтың аттик ҡыҙыл фигуралы кратеры , 460—450 тиклем. б. э. тиклем
Лоренцо Коста, Арго

Аргонавт (һ. б.-греч. Ἀργοναύται, Αργώ — карап исеме һәм ναύτης — диңгеҙ сәйәхәтсеһе) — боронғо грек мифологияһында[1], Колхидаға (Ҡара диңгеҙҙең яр буйы) «Арго» карабында походта ҡатнашыусылар.

Башы

Легенда сюжеты буйынса, карап Афина алиһәһе ярҙамында төҙөлә, ул уның корпусына меңйәшәр изге имән киҫәген ҡуя, имән япраҡтары ҡыштырлап аргонавтарға аллаларҙың әмерҙәрен хәбәр итеп торған. Ясондың ҡул аҫтындағы аргонавтар: игеҙәктәр Диоскурҙар — Кастор һәм Полидевк (Поллукс), Геракл, Орфей, Пелей, күрәҙәсе Мопс, Еврит (Ευρυτος, Гермес һәм Антианира улы, Эхион ағаһы), Гилас (ҡурсалаусыһы Геракл, наядалар уның һылыуығына иҫтәре китеп, уны диңгеҙгә алып төшөп китәләр) һәм Теламон. Аргонавтар Колхидаға алып кителгән тылсымлы һарыҡтың алтын тиреһен Грецияға ҡайтарырға тейеш булалар. Аргонавтарҙың башлығы Ясон була. Уның атаһы Эсон ҡустыһы Пелий тарафынан тәхеттән бәреп төшөрөлгәс, Ясондың ғумерен һаҡлап ҡалыр өсөн, уны кентавр Хиронға тәрбиәгә бирә. Кентавр Пелион[2] тауында йәшәй, ул Ясонды дауаларға өйрәтә (этиологик миф Ясондың исемен «дауалаусы» тип аңлата, грек. ιάομαι — дауалайым). Ясон, 20 йәше тулғас, Иолкҡа ҡайта. Анавр йылғаһы аша сыҡҡанда, Ясон һул сандалиһын юғалта. Гера Евен йылғаһында ҡарсыҡҡа әүерелеп, уны йылға аша сығарыуын үтенә, Ясон уға ярҙам итә[3]. Бынан һуң Гера Ясонға ярҙам итә башлай. Пелийҙың Ясонды күреүе менән ҡото оса, сөнки уға күрәҙәсе бер аяғына ғына сандали кейеп килгән кеше уны һәләк итәсәген әйткән булған. Пелий Ясондан уның кем булыуын һорай, Ясон үҙенең ҡолатылған Эсон батшаның улы булыуын һәм атаһына тәхетте ҡайтарып бирергә килгәнен әйтә. Пелий Ясонға батшалыҡты кире ҡайтарырға вәғәҙә итә, ләкин тәүҙә Эолидтар тоҡомо өҫтөнә төшкән ҡарғышты бөтөрөргә кәрәк. Пелий Ясонға Колхиданан Иолкҡа алтын тирене ҡайтарырға ҡуша, шуның менән генә Фрикстың шәүләһен ризалатып буласаҡ. Ясонға ярҙам итер өсөн Элладаның бөтә батырҙары йыйыла. Карапҡа уны төҙөүсенең исемен бирәләр — «Арго», унда йөҙөүселәр аргонавтар тип атала башлайҙар. Аргонавтар юлда Лемнос утрауында туҡтайҙар, унда тик ҡатын-ҡыҙҙар хакимлыҡ иткән була. Утрауҙың батшабикәһе Гипсипила уларға ҡорал менән һөжүм итергә уйлай, тик аргонавтар уны уйынан кире ҡайтырға күндерәләр. Батырҙар килеү хөрмәтенә Гипсипила пентатлон буйынса ярыштар ойоштора. Һуңыраҡ Гипсипила Ясонға ике ул таба: Евней һәм Неброфон. Аргонавтарға сиреналар эргәһенән дә үтеп китергә тура килә. Гомерҙан һуңғы хикәйәттәрҙә[4] сиреналар кешеләрҙе арбай торған тауышлы, хуш китмәле һылыу ҡыҙҙар булып тасуирланалар. Улар Цирцея ерҙәре менән Сцилла араһындағы утрауҙың ҡаяларында йәшәйҙәр. Утрау сиреналар ҡорбандарының һөйәктәренән һәм кипкән тиреләренән ағарып ятҡан була[5]. Үҙҙәренең йырҙары менән улар үтеп барған ҡараптарҙы арбаған. Сәйәхәтселәр үҙ-үҙҙәрен онотоп, утрауға яҡын килгән һәм караптары менән һәләк булған. Йырҙары менән улар юлсыларҙы йоҡлатыр, ә шунан һуң өлөштәргә ботарлап ашар булғандар. Аргонавтарҙы сиреналар арбай алмай, сөнки улар менән юлға сыҡҡан Орфей үҙенең йыры һәм лирала уйнауы менән сиреналарҙың тауышын баҫа. Шулай ҙа аргонавтарҙың береһе — Бут уларҙың ауазына диңгеҙгә ташлана, ләкин уны Афродита ҡотҡара һәм Лилибейға илтеп ҡалдыра.

Сиреналар

Күп мажаралар менән аргонавтар Гера һәм Афина ярҙамында Колхидаға килеп етәләр. Ээт батша уларға алтын тирене бирергә риза була, тик Ясон ялҡын тынлы үгеҙҙәрҙе егеп (Гефест бүләге), баҫыуҙы һөрөргә тейеш була. Шунан шул баҫыуға аждаһа тештәрен сәсергә тейеш. Мөхәббәт аллаһы Эрот Афина һәм Гера үтенесе буйынса Ээт батшаның ҡыҙы Медеяның йөрәгендә Ясонға ҡарата мөхәббәт ҡабыҙа. Медея Ясонға Прометей[6] ҡанынан үҫеп сыҡҡан сәскәнән эшләнгән май бирә. Был май Ясонды үгеҙҙәрҙең ялҡынлы һулышынан ҡотҡара.[7] Баҫыуға сәселгән аждаһа тештәренән яугирҙәр үҫеп, тотош ғәскәр барлыҡҡа килә. Әммә Медея Ясонды алдан киҫәткәнгә Ясон ғәскәр уртаһына таш ташлай, һуғышсылар бер-береһен үлтерә башлай (сағ. Кадм).

Медея һәм Ясон. Джон Уильям Уотерхаус, 1907

Ясон бөтә шарттарҙы үтәһә лә батша уға алтын тирене бирмәй. Ээт Аргоны яндырып, аргонавтарҙы үлтерергә уйлай. Әммә Медея үҙенең үләндәре ярҙамында тирене һаҡлаған аждаһаны йоҡлата, Ясон тирене урлай.

Медея үҙенең энеһе Апсирт һәм аргонавтар менән Колхиданан ҡаса. Атаһының карабы "Арго"ны ҡыуып етә башлағас, Медея ҡустыһын үлтереп, тәнен киҫәктәргә бүлеп, диңгеҙгә ырғыта. Атаһының туҡтап, улының ҡалдыҡтарын йыясағын белеп, уны тотҡарлар өсөн шулай эшләй. (Икенсе вариант: Аспирт Медея менән ҡасмай, ә уны эҙәрлекләгән колхтарҙы етәкләй. Сихырсы Медея ҡустыһын алдатып, тоҙаҡҡа килтерә, ә Ясон уны үлтерә)

Аргонавт Аталанта етди яраланған була. Медея уны дауалай. Карапта Ясонға кейәүгә сыға, сөнки феакиҙар ҡасҡынды кейәүгә сығып өлгөрмәгән хәлдә генә кире биреүҙәрен талап итәләр. Ҡарап Медеяның инәһе Цирцеяның утрауында туҡтай, Цирцея Медея менән Ясонды үлтереү гөнаһынан таҙартыу йолаһын үткәрә.

Ясон 12 аллаға Босфор буйында ҡорбан килтерә, шуға ла был урын Гиерон[8] тип атала. Шулай уҡ Гера хөрмәтенә Көньяҡ Италияла Левкания янында изге йорт һала[9] (археологтар уны беҙҙең эраға тиклем VII быуаттың уртаһына ҡарай тип иҫәпләй). Гераклға Эфалияла (Эльба) храм төҙөй[10].

Гесиод буйынса, аргонавтар Фасис буйынса океанға тиклем йөҙәләр, унан һуң Ливияға килеп етәләр[11].

Ясон ҡартайғансы йәшәй. Ул йыш ҡына ярҙа ултырған карап янына килеп, үҙенең батыр йәшлеген иҫенә төшөрөп ултыра. Бер ваҡыт ул "Арго"ның күләгәһендә йоҡлап китә, серегән ҡарап емерелеп Ясонды баҫып үлтерә[12].

Походтың ысынлап булғанына дәлилдәр

Ливияла Аргой ҡултығы булған (һуңыраҡ Геспериды тип атайҙар)[13]. Ҡайһы бер авторҙарҙа, улар Гера храмына Самоста нигеҙ һалалар. Гераның статуяһын Аргостан килтерәләр[14]. Кизик Неанфы яҙыуынса, аргонавтар Кизим янындағы Идей Әсәләренең изге йортона нигеҙ һалалар[15].

Пеллена (Ахай) янында Аргонавттар пристане була[14]. Эфалия утрауында (йәғни, Эльба) Аргос гаване була, унда аргонавтар тәндәренән ҡатҡан май ярсыҡтарын ҡырып төшөргәндәр, шулар хәҙер утрау ярҙарында сыбар таштар булып ята[16].

Айырым алғанда, аргонавтар тураһындағы мифтың тарихи нигеҙендә грек диңгеҙ сәйәхәтселәренең Ҡара диңгеҙ буйындағы боронғо дәүләттәргә барымталары ята.

Страбон түбәндәгеләрҙе хәбәр итә:

Аргонавтарҙың исемлеге

Барлығы 99 исем.

  • Аполлодор исемлегендә 45 (Гилас һәм Идмон юҡ); Аполлоний исемлеге менән 31 исем тап килә.
  • Аполлонийҙа 55.
  • Валерийҙа 51 исем.
  • Гигинда 67.
  • Плутарх Автолик менән бергә тағы Флогия һәм Деилеонтты телгә ала[17].
  • Бөтә дүрт төп исемлектә 29 исем тап килә.

Иҫкәрмәләр

  1. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.1. С.98-100; Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.1. С.162-164
  2. Гесиод. Перечень женщин, фр.40 М.
  3. Гигин. Мифы 13; 22, у Гигина «башмак»
  4. например в «Argonautica» Аполлония Родосского
  5. Гомер. Одиссея XII 45
  6. Софокл. Колхидянки, фр.340 Радт (?
  7. Гераклит-аллегорист. О невероятном 17
  8. Полибий. Всеобщая история IV 39, 6
  9. Страбон. География VI 1, 1 (стр.251); Плиний Старший. Естественная история III 70
  10. Ликофрон. Александра 871
  11. Гесиод. Перечень женщин, фр.241 М.
  12. Схолии к Еврипиду. Медея 1386 // Комментарий В. Н. Ярхо в кн. Драконций. Мифологические поэмы. М., 2001. С.118
  13. Аполлоний Родосский.
  14. 14,0 14,1 Павсаний.
  15. Страбон.
  16. Ликофрон. Александра 876; Страбон.
  17. Максимова М. И. Античные города юго-восточного Причерноморья. — М.—Л., 1956. — С. 39.

Һылтанмалар