Cybersecurity and privacy risk assessment of point-of-care systems in healthcare: A use case approach
Йөкмәткеһе
Хәрби техника — ҡораллы көстәрҙә булған һәм уларҙың хәрби хәрәкәттәрен һәм көндәлек эшен тәьмин иткән техник саралар[1]. Уларға түбәндәгеләр инә:
- дошманға тура хәрби зыян килтереү өсөн тәғәйенләнгән хәрби техника, йәғни йөрөткөстәре менән бергә ҡорал. Хәрби техниканың иң мөһим өлөшө булып тора[2].
- ғәскәрҙәргә һәм башҡа техника сараларға идара итеү өсөн кәрәкле техник саралар[2].
- тылды тәьмин итеү һәм хәрби хәрәкәттәрҙе тәьмин итеү саралары.
- күнектереү һәм пропаганда техник саралары.
Классификацияһы
Ниндәй ҡораллы көстәргә йә ғәскәрҙәр төрөнә ҡарауына бәйле хәрби ҡоро ер, хәрби диңгеҙ, хәрби һауа техникаһын, инженер ғәскәрҙәренең, диңгеҙ пехотаһының техникаһын һ.б. айыралар. Хәрби техниканы функциональ тәғәйенләнеше буйынса ла айыралар, мәҫәлән, ракета, артиллерия, бронялы танк, авиация, карап техникаһы, элемтә техникаһы, атыу ҡоралы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Военная техника // Великий князь — Восходящий узел орбиты. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 527. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 5). — ISBN 5-85270-334-6.
- ↑ 2,0 2,1 Техника военная // Словарь военных терминов / А. М. Плехов, С. Г. Шапкин. — М.: Воениздат, 1988.